Рәйес Түләк. «Яныу». 1-се тапшырыу.

Рәйес Түләк. «Яныу». 1-се тапшырыу. https://bash.news/yuldash/2788_rejes-tulek-yanyu-1-se-tapshyryu
18 мар, 11:12

Талантлы шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең «Яныу» поэмаһы буйынса әҙерләнгән 1-се тапшырыу. Әҫәрҙең лирик геройы - ябай көтөүсе. Ҡара көҙ. Ямғыр ҡоя. Һарыҡ көтөүен йәйләүҙән ҡышлаҡҡа ҡыуған мәл. Килеп еттек, тигәндә, ҡышлаҡты ут ялмай... Ялҡын солғаған һарайға һарыҡтар инеп китерме,  әллә көтөүсе уларҙы туҡтатыр көскә эйәме? Автор ошо конкрет картина аша йәшәү менән үлем араһы кеүек философик пландағы дөйөмләштереүҙәргә килә.

Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд