Балалар йорттары.

Балалар йорттары. https://bash.news/yuldash/2832_balalar-jorttary
27 мар, 20:03

Студия ҡунаҡтары - Өфөнөң 2-се һәм Чесноковка балалар йорттары директорҙары Луиза Миңлейәрова һәм Зинфира Ураҙбаева. 
Тапшырыу авторы - Рәсүл Сәғитов. 
Луиза Миңлейәрова.
         Беҙҙең балалар йортонан бөгөн 45 бала ғаиләлә, 29-ы балалар йортонда  тәрбиәләнә. Шул балаларҙың 14-е -  тулы, ҡалғандары социаль йәтим. Был күрһәткес нимә хаҡында һөйләй?  Һау-сәләмәт ата-әсәләре булһа ла, балалар патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнергә мәжбүрҙәр.
Балаларҙы кире ҡайтарыусылар юҡ. Улар үҙ алдында ҡуйған бурыстарын үтәй, балаларҙың мәктәптәге уңыштары ла ыңғай.
Ғаиләләргә алған саҡта күберәк балаларға ярҙам итеү, уларға яҡыныраҡ булыу теләге өҫтөнлөк ала. Сөнки Хөкүмәт биргән аҡса күләме буйынса әллә ни ҙур түгел.
15 йыл эшләү дәүерендәге практика шуны күрһәтә: ата-әсә  балаларын беҙҙә ҡалдырып китеү менән шунда уҡ уларҙы онота. Ошо арауыҡта бары бер-ике генә ата-әсәнең балаһының яҙмышы, уҡыуы, һаулығы менән ҡыҙыҡһыныу осрағын әйтә алам.
Балалар араһында бер-береһенә тупаҫ һүҙ әйтеү, ҡыйырһытыу кеүек күренештәр юҡ.  Хеҙмәткәрҙәр ҙә балаға ышанып, һөйөү менән баға.
Һуңғы 5-6 йыл эсендә  балаларыбыҙ юғары уҡыу йорттарына инә, быны мин уларҙың тырышлығы, ҡаҙанышы, тип атар инем. Егеттәребеҙ Рәсәй Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итә.  Бер нисә бала белем алып, үҙебеҙҙең тәрбиә йортона эшкә ҡайтты.
Зинфира Ураҙбаева.
Беҙҙең учереждениела һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар тәрбиәләнә. Хеҙмәткәрҙәребеҙ балаларҙы ғаиләгә, патронат ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса ҙур эш алып бара. 13 бала патронат тәрбиәгә алынған.
         Уллыҡҡа йә иһә ҡыҙлыҡҡа алынған саҡта ғаиләгә әсәлек капиталы бирелә. 10 мең тирәһе пособие ҡаралған. Беҙҙең балалар йортонан 10 бала уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алынған, был һөйөнөслө күренеш.
         Беҙҙең инвалид балалар башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмай. Һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә балаларға ихтирам менән ҡарай.
Йылына бер тапҡыр балаларға диспансерицазия үткәрелә.  Йыш ҡына хирургтар ярҙамына мөрәжәғәт итәбеҙ, оҙайлы реабилитация курстары ойошторола.
         Дәүләт ниндәй генә уңайлы шарттар тыуҙырмаһын,  һәр бала ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш.
         Ата-әсә наҙын, уның күңел йылыһын бер ниндәй ҙә балалар йорто бирә алмай. Шуның өсөн  һәр бала үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнһен. Балалар йорттары, приют-интернаттар һаны кәмеүгә барһа,  беҙ бары шат ҡына булыр инек.
Автор:    Өфөнөң 2-се һәм Чесноковка балалар йорттары директорҙары Луиза Миңлейәрова һәм Зинфира Ураҙбаева менән беҙ бөгөн улар оҙаҡ йылдар эшләгән өлкә тураһында әңгәмәләштек.
   Йомғаҡ былай: балалар йорттары кәрәк, әммә уларҙың һаны һаман кәмей барып, бер көндө бөтөнләй юҡҡа сығыуы дөрөҫ. Был дәүләт ҡаҙнаһының наҡыҫланыуынан түгел, балаларҙың яҡшы, хәстәрлекле атай-әсәйле, туған-тыумасалы булыуынан булһын. 

Минземимущество
26 мая