Нефть һәм газ мәсьәләһе.

Нефть һәм газ мәсьәләһе. https://bash.news/yuldash/2850_neft-hem-gaz-meselehe
04 апр, 08:42

Студия ҡунағы - техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы нефтсеһе, Рәсәй Тау фәндәре академияһы академигы Эрнст Юлбарисов. 
Тапшырыу авторы - Рәсүл Сәғитов. 
Эрнст Юлбарисов.  Нефть ятҡылыҡтары табыу, сығарыу буйынса Башҡортостан  Рәсәйҙә 10 ҡеүәтле нефть сығарыусы төбәк исемлегенә инә. “Башнефть” йылына 16 млнға килтереп еткерһә, 2010 йылда ул күрһәткес 11 млн ғына ине.
Нефть сығара алырлыҡ өлөш -  350 млн тонна. Әгәр ҙә йылына 16 млн тонна сығарһаҡ, запас 20 йылға етә,  тигәнде аңлата. “Башнефть” эшмәкәрлеген республикала ғына түгел, Ханты-Манси автономиялы округында,  Төмән, Ырымбур өлкәләрендә лицензия алып  дауам итә.
Нефттең геологик ятыш хәле  ҡатмарлы.  Актив запастар алып бөтөрөлдө тиергә була.  1995  йылда Рәсәйҙә 1 тонна нефткә 3 кенә тонна һыу сыҡһа, Башҡортостанда ул саҡта уҡ 10 тонна ине. Ер аҫты ҡатламдарыбыҙ  бик ярлылана.   Нефтттең сифаты ла төрлөсә. Нефть, газ комплекстары ер аҫтында ете ҡаттан тора. Яҡшыһы - иң тәрәндә ятҡан девон нефте. Уның тығыҙлығы ла, йәбешкәклегеге лә кәмерәк.  
Ҡаты һәм шыйыҡ ҡаҙылма байлыҡтары бар.  Ҡаты ҡаҙылма байлыҡтарына килгәндә,  уны соҡоп алырға кәрәк.  Республикабыҙҙығы төрҙәренә килгәндә,   алтын- көмөштән башлап,  нимә генә юҡ. Тоҙ, минераль буяуыстар,  төҙөлөштә ҡулланыла торған балсыҡ, гипс, йөҙләү таштары һәм башҡалар.  Күп кенә предприятиелар көрсөк арҡаһында ябылды.  2004 йылдан республикабыҙ геологик тикшеренеү эштәре өсөн аҡса бүлмәй. Әле алда атҡараһы эштәр күп.
Тапшырыу авторы. Йомғаҡ былай: геология фәне һәм уны ғәмәлдә файҙаланыу бөгөн дә бик көнүҙәк булып ҡала, аҡыл менән эш иткәндә,  тәбиғәткә зыяндың әҙ, ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөнләй ҙә булмауы ихтимал. Был айырыуса ҡаҙнаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, бәхеткәме тигәндәй, сеймал менән тулыландыра килгән Рәсәй өсөн мөһим.