Эске туризм.

Эске туризм. https://bash.news/yuldash/2851_eske-turizm
04 апр, 15:51

Студия  ҡунағы - Бөрйән районының "Ағиҙел" муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе, "Капово Тур" фирмаһы учредителе Урал  Хәлиуллин. 

Эске туризм.
Эске туризм.


Тапшырыу авторы - Зөлфиә Рәхмәтуллина. 
Башҡортостанда туризм, спорт һәм шифаханалар күргәҙмәһе үтте. Ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт парктары етәкселәрен йыйып, һөйләшеү ойошторҙоҡ. Был биләмәләр туризмды үҫтереүгә өлөш индерһен тип тырышабыҙ. Ҡурсаулыҡтар таҙа һыуы, һауаһы, тәбиғәте менән туристарҙы йәлеп итеү урыны булып тора. «Шүлгәнташ» алдындағы биләмәгә йыл һайын бик күп турист килә. Уларҙың артынан сүп-сар ҡала. Шуға күрә туристар ял иткән урындарҙы уңайлыҡтар булдырып кәртәләп алдыҡ, юлдар ғына ҡалды. Рәсәй кимәлендә өс яҡлы килешеү төҙөнөк. Ҡый сығара торған машина ла һатып алдыҡ. Матур-матур уңайлы өйҙәр бар, тағы ла төҙөлә. Киләсәккә пландар ҙур. Ҡурсаулыҡтың эргәһендә археологик ҡомартҡылар бик күп. Алға китеш бар, шулай ҙа бындағы туризмды артҡа һөйрәгәне – юл. Кешеләрҙең уңайлыҡтар менән ял иткеһе килә. Юл яҡшы булһа, турист ағымы артасаҡ. Беҙ йәй ҙә, ҡыш та эшләйбеҙ. Башҡортостанды туристик республикаға әйләндерер өсөн тырышабыҙ. Иң тәүҙә Өфө ҡалаһын туристик үҙәккә әйләндерергә кәрәк. Шул ваҡытта ғына башҡа райондарҙа ла алға китеш була. Өфөлә иң тәүҙә ҡунаҡханалар, юлдар, туристик берәмек кәрәк. Туристарҙың теләге үҙгәреп тора. Кәңәшмәлә ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле туризмға баҫым яһалды. Аҙна һайын ниндәйҙер ваҡиға уйлап сығарыу кәрәк, мәҫәлән, ҡаҙ өмәһе. Осрашыуҙарҙан яңы фекерҙәр алып ҡайтабыҙ. Төрлө туризм нескәлектәрен өйрәнәбеҙ. Күргәҙмәне рекламалау әҙ. Ҡарарға килеүселәр һирәк. Ситтән туристтарҙы йәлеп итер өсөн Өфө ҡалаһына бренд кәрәк. Туристик агентлыҡтарға беҙҙең путевкаларҙы һатыуы ҡыҙыҡ түгел. Беренсенән, беҙҙең путевкалар осһоҙораҡ, икенсе яҡтан, клиенттар әҙ. Беҙ яҡындағы район, ҡалаларҙа газеталарҙа, шулай уҡ интернетта реклама эшләй башланыҡ. Бөрйәндең киләсәге туризмда икәнен халыҡ та яйлап аңлай бара. Беҙ уҡыусылар, студенттар өсөн программалар эшләй башланыҡ. Кем сит илдә ял итеп туйған, беҙгә ял итергә килегеҙ. İi

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд