Латвия башҡорттары.

Латвия башҡорттары. https://bash.news/yuldash/2856_latviya-bashkorttary
14 апр, 11:44

Бөгөн дә ҡараштарыбыҙ - башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә, бөгөнгөһө иһә Латвияның Рига ҡалаһы булыр.
Рәмил Ҡадыров - Башҡортостандан сыҡҡан алдынғы ҡарашлы егет, Латвия башҡорттары ла күпләп йөрөгән "Шишмә" татар-башҡорт ойошмаһы, улар ойошторған саралар тураһында  һөйләргә ихлас ризалашты.
Төрлө замана мөмкинлектәрен файҙаланып, Башҡортостандан һәм Татарстандан сыҡҡан, Европала йәшәгән кешеләрҙе табыштырып, аралаштырыуға көс һалған Рәмил Ҡадыров аралашҡанда ике туғандаш халыҡтың уртаҡ яҡтарына баҫым яһай. Башҡортостанға килгәндә, уны беҙҙең яҡтан яңылыҡтарҙың аҙ булыуы, конкурстар тураһындағы мәғлүмәттең һуңлап килеүе борсой. "Башҡортостан ҡунаҡтары  Латвия еренә һирәк аяҡ баҫа.  Килгән осраҡта алдан хәбәр итеп, ҙур аудитория менән осрашырға мөмкинлек тапһындар ине. Беҙ уларҙы һағынып көтөп торабыҙ", - ти ул.
Латвияла төпләнеп, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ошонда уҙғарған яҡташым, Күгәрсен районы уҙаманы Нариман Ғәлин менән дә Рәмил аша таныштыҡ. Нариман ағай һикһән йәшен тултырып, хәҙер инде тормош ығы-зығыһын артта ҡалдырып, һил тормошта ғүмер итә. Тәүҙә диңгеҙҙә, аҙаҡ авиацияла эшләгән ир-уҙамандың күңелендә һағышҡа ла, шатлыҡҡа ла сәбәптәр байтаҡ.
Ғүмерем зая уҙҙы, тип зарланмаһа ла, бөгөн Нариман ағайҙың күңелендә һағыш бар. Тыуған ерен һағыныу тойғоһона үҙ телеңдә рәхәтләнеп ауыҙ тултырып һөйләшә алмау хәсрәте лә ҡушыла. Хәҙерге аҡылым менән бындай хаталарҙы ҡабатламаҫ инем, ти ул. Тулы бәхет өсөн тормош үрҙәренә бергәләп атларлыҡ иптәш кенә түгел, аяҡтарың менән үҙ ереңдә баҫып тороуың, ҡалдырған нәҫелеңдең һине һинең телеңдә аңлауы ла кәрәклеген оло тормош юлын үткән уҙаман яҡшы аңлай.
"Тыуған ерҙән торған ер артыҡмы", әллә үҙ илемдә үҙем ҙурмы? Был мәҡәлдәрҙең ҡайһыһы хаҡ икәнлеген  ғәзиз тупрағынан айырым көн итеүселәр яҡшы белә. Әлбиттә, кешене офоҡ артында яңынан-яңы мөмкинлектәр, артылыштар көтә. Әммә ғүмер тигән тауҙың иң бейек нөктәһенә етер алдынан уҙған ғүмер ҙә, алдағыһы ла яҡшыраҡ күренә, күрәһең. Шуға ла ғәзиз йәнтөйәк үҙенә тағы ла нығыраҡ тарта, күңел һыҙланыуҙары ла артҡандан-арта…

Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд