Ил етәксеһе менән тура элемтә.

Ил етәксеһе менән тура элемтә. https://bash.news/yuldash/2898_il-eteksehe-menen-tura-elemte
18 апр, 09:04

Студияла - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, фәлсәфә фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов.
Тапшырыу авторы - Рәсүл Сәғитов. 
   - Зөфәр Мөхтәр улы, Путин менән «Тура элемтә» Украинанан, Ҡырымдан башланды. Хәйер, бының шулай булыры сама менән көтөлә лә ине. Ҡырым менән Севастополдең хәҙер Рәсәй эсендә булыуы ла аңлашыла. Әммә һүҙҙең тап ошоноң менән асылыуы, уның менән ике сәғәт дауам итеүе, һеҙҙеңсә, дөрөҫ булдымы? Рәсәй ҙур бит…
Зөфәр Тимербулатов. Ҡырым мәсьәләһе нисек килеп сыҡты икән? Сит илдә әйтәләр бит инде алдан башланған, планлаштырылған агрессия, аннексия һ.б. Беҙгә генә түгел,  сит ил кешеләренә лә аңлатырға кәрәк ине нисек булғанын. 
Икенсенән, әлеге шул эйфория тигән нәмәһе үтте бит инде, хәҙер халыҡ уйлай, ә Ҡырым беҙҙең өсөн ауыр йөк булмаҫмы икән, тип.  Бер яҡтан, халыҡты тынысландырырға кәрәк ине.  Икенсе яҡтан, Ҡырым мәсьәләһе уйламағандан килеп сыҡһа ла, ул Рәсәйгә файҙаға булыуы мөмкин, тигән фекер булды. Әлбиттә, ҡытыршылыҡтар буласаҡ.
Беҙ Севастополдәге флот өсөн йыл һайын миллиондар  түләй инек.  Ҡырым донор булмаясаҡ,  табыш килтерәсәк. Файҙаланыр алдынан үҫтереүгә күп көс һалыр кәрәк, уның потенциалы бик ҙур. Әлеге ваҡытта дәүләт ярҙам итһә, аҙаҡ мөмкинлектәр тыуҙырғандан һуң шәхси эшҡыуарҙар һала башлаясаҡтар. Бөгөнгө һөйләшеү шуны аңлатты: беҙ нисек йәшәнек һәм нисек йәшәйәсәкбеҙ.

Минземимущество