Йүкә ҡурсаулыҡтары, йәки урманды нисек һаҡларға?

Йүкә ҡурсаулыҡтары, йәки урманды нисек һаҡларға? https://bash.news/yuldash/29508_juke-kursaulyktary-jeki-urmandy-nisek-haklarha

Урман - төп байлығыбыҙ, планетабыҙҙың үпкәһе, ерҙең йәшел ҡалҡаны һәм башҡа шиғар-плакаттар һәр кемгә бала саҡтан таныш. Әммә һуңғы йылдарҙа был байлыҡтың беҙҙеке түгеллеге асыҡланды. Эре етештереүсе килә, урманды ҡуртымға ала, ауҙара, ботай, тейәп алып китә. Ә халыҡҡа төҙөлөш кәрәк-яраҡтары өсөн урман бүлеү күләме кәмегәндән-кәмей бара. Икенсе яҡтан күҙ ташлайыҡ. 1 гектар йүкәлектән 1 тоннаға тиклем бал алырға була. Әле уны ҡырҡыу өсөн билет 25 мең һум тора. Балға әйләндергәндә, ошо уҡ майҙандан 250 мең һум табыш алырға мөмкин. Рәсәй йүкәлектәренең 50 проценты – Башҡортостанда. Йәғни, беҙҙә ҡырҡһаҡ илдә йүкә урмандары яртылаш бөтә тигән һүҙ. Яҡшы бал бирерҙәй яңыһы үҫкәнсе 40 йыл көтөргә кәрәк.

Йүкә ҡурсаулыҡтары, йәки урманды нисек һаҡларға?
Йүкә ҡурсаулыҡтары, йәки урманды нисек һаҡларға?


Афиши территория роста