Дин һәм секталар.

Дин һәм секталар. https://bash.news/yuldash/3003_din-hem-sektalar
14 май, 08:59

Һуңғы арала ауылдарҙа төрлө юлдар менән халыҡтың аңын томалаусы төркөмдәр, айырым кешеләр күбәйҙе. Уларҙы сектант, тип атарға ла була, Аллаһы тәғәлә исемен ҡушып ихлас һөйләүҙәрен ишетеп, ышанып ҡуйырға ла мөмкин. Ҡайҙа хаҡ, ҡайҙа ялған йүнәлеш икәнен нисек асыҡларға? Бөгөн һүҙ ошо хаҡта.

Дин һәм секталар.
Дин һәм секталар.


Тапшырыу ҡунаҡтары - Башҡортостан диниә назараты йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов һәм “Юлдаш” радиоһының дин белеме буйынса эксперты Морат Лоҡманов.
М. Лоҡманов. Секта  - ул дингә оппозиция. Динде үҙеңсә аңлау. Күптәребеҙ диндең нимә икәнен  аңлап етә алмай әле.  Ниндәй генә осор булмаһын, дингә кеше үҙенсә юл эҙләгән. Был кешеләр үҙҙәренең юлын шул тип тапҡан. Бында кем сик ҡуя, кем уның дөрөҫмө-юҡмы икәнен күрһәтә? Кеше эҙләнә-эҙләнә лә үҙенсә  ошо юл дөрөҫ тип,  төрлө ағымдарға инеп китә. Юғалып ҡалғандар, ауыр яҙмышҡа дусар ителгәндәр психологик йоғонтоға бирелеп, эләгеп китә. Бигерәк тә йәштәр  үҙенсә ғәҙеллек эҙләй. Аң томаланһа,   ата-әсә генә ҡотҡара алмайҙыр.  Бында әҙерлекле махсус  ярҙам итә кәрәк…
А. Арыҫланов. Мин был теманы ишетеп кенә белмәйем, үҙем  шул секта аша үткән кешемен. Дингә килгән саҡта минең белмәүемдән файҙаланып,  үҙҙәренең юлдарын тәҡдим итеүселәр бар ине.  Ул юлда ике йыллап йөрөнөм. Дәрестәрен тулыһынса үттем. Бәлки улар насар кешеләр ҙә түгелдер. Ул секта эсендә аллаға булған мөхәббәт юҡтыр, күбеһенсә агрессив сәйәсәт алып баралар. Бында мин Сибай ҡалаһының имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәткә рәхмәт әйтер инем . Ул минең күҙҙҙәремде асты. Дәрестәргә йөрөп,  дөрөҫ юлда булмағанымды яйлап аңлай башланым.
19-20 май Республикала йәш мосломандар слеты үтә. Унда дөрөҫ Ислам үрнәктәре күрһәтеләсәк.
Автор. “Секта” тигән юридик термин юҡ. Беҙ уларҙы туҡтата, эшмәкәрлектәрен быуа ла алмайбыҙ. Кемдеңдер һаулығына зыян килгән осраҡта ғына, иҫбатлап, тикшереп, нимәлер эшләргә була. Иң яҡшы сара - үҙеңә уяу булырға һәм балаларыңды, туғандарыңды ҡурсаларға. Башҡортостанда меңдән ашыу һәр төрлө дини ойошма иҫәпләнә.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий