Фотограф

Фотограф https://bash.news/yuldash/30180_fotograf

  Фотограф - ул фотоаппарат ярҙамында фото төшөрөүсе кеше. Улар күҙәтеүсән, иғтибарлы, ижади кешеләр. Фотографтар үҙҙәренең эшмәкәрлеге буйынса бер нисә төргә бүленә. Беренсеһе - фотожурналистар. Улар гәзит-журналдар өсөн фото төшөрә. Икенсеһе - папарациялар. Төрлө йондоҙҙарҙы, билдәле шәхестәрҙе уларҙың рөхсәтенән тыш фотоға төшөрөүсе фотографтарҙы папарация тип йөрөтәләр. Өсөнсөһө - фоторәссамдар. Улар төшөргән фотолар - сәнғәт әҫәре. Тағы ла туйҙар төшөрә торған фотографтар була. Ә фешн-фотографтар мода өлкәһендә эшләй. Стрит-фотографтар - урам күренештәрен, таныш булмаған кешеләрҙе һынландыра.

Фотограф
Фотограф

  Бөгөн беҙгә үҙ һөнәре хаҡында фотограф Илнур Хужахмәтов һөйләй.

Курай даны
Минземимущество