Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре. https://bash.news/yuldash/3030_yul-herekete-kahizelere
19 май, 16:47

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре - һәр саҡ мөһим тема. Йәй осоронда юл-транспорт ваҡиғалары арта төшә. Скутерҙар, велосипедтар көсөргәнешлекте тағы ла арттыра. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов менән әңгәмә ошо хаҡта. 
Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов. 
Тапшырыу авторы - Гүзәл Ситдиҡова. 
Хәлим Әйүпов. Эскән килеш руль артына ултырыу - әҙәпһеҙлек тә, законһыҙлыҡ та, кешенең үҙ яуаплылығын аңламауы, бүтән кешеләр тураһында уйламау һ. б. Аҡыллы кеше эсеп руль артына ултырмай. Эскән килеш руль артына ултырғандарҙы ҡурҡытырлыҡ саралар бар - әгәр ул водитель икән,  эшен юғалта, штрафтарға килгәндә,  ғаилә бюджетынан  30-50 мең аҡсаһы китә. Кеше иң беренсе үҙендә  яуаплылыҡ һиҙергә тейеш. 15 минутҡа алдараҡ  барып етәм,  тип үҙеңде, башҡа кешеләрҙе хәүефһеҙлек  аҫтына ҡуйып,  тиҙлекте арттырыу мәғәнәһеҙлек тип уйлайым. Күптәр 2-3 йыл йөрөгәндән һуң мин оҫтарҙым,  кәрәк урында туҡтай алам, бороп ебәрәм, уҙып китә алам,  тип үҙенә артыҡ ышана. Күп осраҡта аварияларҙа ике яҡ та ғәйепле. Мин хаҡлы,  ул миңә юл бирергә тейеш тип алға ынтыла, ә теге кеше бәлки күрмәйҙер юл билдәһен, йә водитель сирләп киткәндер,  төрлө ваҡыттар була…. Юлда бер-береңә ихтирамлы, иғтибарлы булыр кәрәк.

Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа