Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идараһы инспекторы

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идараһы инспекторы https://bash.news/yuldash/30418_yul-herekete-heuefhezlege-idarahy-inspektory

  Мәктәп уҡыусылары араһында был һөнәр хаҡында анкета үткәргәндәр:“Ни өсөн киләсәктә  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы  булмаясаҡһың? Был һөнәр ҡайһы яғы менән оҡшамай?”- тигән һорауҙарға 48% уҡыусылар юл буйында торғом килмәй  йәки  уларҙы береһе лә яратмай, тип яуап биргән. Нишләп үҫмерҙәр шулай уйлай икән? Минеңсә, был һөнәр хаҡында күп нәмәне белеп бөтмәйҙәр.

  1769 йылда юлдарҙа тәүге автомобилдәр барлыҡҡа килә. Шул арҡала урамдарҙа  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу кәрәклеге  килеп тыуа. Ә был эште бары тик ҡағиҙәләрҙе һәм шулай уҡ транспорт төҙөлөшөн яҡшы белгән кешеләр генә башҡара алған. Шулай итеп өр-яңы профессия – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы тигән һөнәр барлыҡҡа килә. Беҙҙең илдә юл хәрәкәтен контролдә тотоу һәм күҙәтеү органы, йәғни Дәүләт автомобиль инспекцияһы (ГАИ)  1936 йылда барлыҡҡа килә. 

  Был һөнәр эйәһенә ниндәй һәләттәр кәрәк? Иң беренсе, закондарҙы, юл ҡағиҙәһен белмәйенсә был һөнәрҙә эшләп булмай. Кеше менән эшләгәс, яҡшы психолог булыу ҙа ҡамасауламаясаҡ. Аралаша белеү ҙә мөһим. 

  Ә был һөнәр хаҡында тулыраҡ итеп беҙгә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Ибраһим Ҡарасурин һөйләйәсәк.                                         

Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд