Имтихандар мәлендә психолог кәңәштәре.

Имтихандар мәлендә психолог кәңәштәре. https://bash.news/yuldash/3058_imtihandar-melende-psiholog-keneshtere
27 май, 08:44

Әңгәмәсебеҙ - Башҡорт Дәүләт Университетының психологик диагностика һәм консультация кафедраһы уҡытыусыһы, практик психолог Әлфиә Байрамғолова.
Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева. 
Гел тестар менән генә имтихан алыу,  минеңсә,  дөрөҫ түгел, сөнки кешеләрҙең уйлау һәләте төрлө. Тестарҙа конкрет һорауға яуап бирергә кәрәк. Ижади һәләте булған кеше имтихандың ошондай формаһынан ҡурҡа. Шуның өсөн уҡытыусы менән әңгәмә ҡороп, күҙгә-күҙ ҡарашып имтихан тапшырыу форсаты ла булырға ла тейеш,  тип иҫәпләйем.
Имтихан алдынан үҙегеҙҙе яҡшыға көйләгеҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр уңышығыҙҙы күҙ алдыңа килтереү кәрәк. Тәжрибәмдәң сығып әйтәм: психолог менән эшләһәң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә була. Имтихан алдынан тынысланыу,үҙеңде яҡшыға көйләү,  йоҡоно туйҙырырға, душта ҡойоноп алырға, ялан аяҡ ерҙә йөрөп алыу ҙа кәңәш ителә. Үҙеңдә барыһы ла һәйбәт буласағыңа ышаныс булырға тейеш.
Күҙәтеүҙәрҙән сығып шуны әйтәм: был һынауҙарҙы балаларға ҡарағанда күберәк кисергәндәр ата-әсәләр бар. Үҙҙәрен дә,  балаларын да тик яҡшыға көйләһендәр. Төрлө хәлдәр була. Тормош ҡуйған һынауҙарҙы нисек тә үтәһең. Бәлки бер йыл эсендә ял итеп алырға форсат бирелгәндер, бәлки  бала икенсе шөғөл  һайлар, киләсәктә ҡыуаныр,  ярай әле шул ваҡытта яҡшы балдар алып шунда инеп китмәгәнмен әле тип.  Тормош дауам итә,  киләсәктә ошо көсөргәнештә йөрөгән ваҡытты көлөп кенә иҫкә алырға мөмкин икәнен аңлаһындар. Ата-әсә балаларына терәк булһын ине.
Шпаргалкалар ҡулланырға ярамай, шулай ҙа уларҙы әҙерләргә була. Сөнки кемдер яҙған саҡта хәтерендә нығыраҡ ҡалдыра, ҡайһы берәүҙәр ишеткәнде онотмай. Кеше үҙенең хәтерләү принцибын белергә тейеш.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд