Наркотиктарға ҡаршы йәштәр форумы.

Наркотиктарға ҡаршы йәштәр форумы. https://bash.news/yuldash/3082_narkotiktarha-karshy-jeshter-forumy
30 май, 09:14

Башҡортостанда наркотиктарға ҡаршы йәштәр форумы үтә. Бөгөнгө “Асыҡ студия” ошо хаҡта.
Тапшырыу авторы – Гүзәл Ситдиҡова.
Ҡунаҡ - Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр комитеты рәйесе Урал Килсенбаев,  Өфө наркоүҙәк белгесе  Зәйнәп Назарова.
         Зәйнәп Назарова.       Үҫмерҙәр үҫмерҙәрҙе тыңлай. 11-12, 15-17  йәштә уларҙың  компаниялары барлыҡҡа килә. Валонтерлыҡҡа балаларҙы 14 йәштән түгел, 16-нан ҡабул итер инем. Шуны оноторға ярамай: наркомандар, наркотик һатыусылар шул тиклем аҡыллы кешеләр, улар һәр нәмәне үҙҙәренә реклама итеп ҡуллана ала. Шуның өсөн был өлкәлә валонтер булыр өсөн рухи яҡтан ныҡлы үҫешеү кәрәк.
Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда,  Ҡазанда дауалау саралары үҫешкән. Республика наркодиспансеры эргәһендә ир-аттарҙы дауалау буйынса ,,Возрождение,, тигән реабилитация үҙәге эшләп килә. Ҡатын-ҡыҙҙы эскелектән, наркоманиянан сығарыу күпкә ауыр. Был йәһәттән Силәбе, Екатеринбург ҡалаларын шул өлкәлә эшләү өлгөһө итеп алырға була.
Аноним алкоголик, наркомандарҙың 12 принцибы бар.Унда әйтелә: һин үҙеңдең көсһөҙлөгөңде аңларға тейешһең,  ниндәйҙер реклама-форум менән уны еңеп булмай. 12-се аҙымда “әгәр ҙә һин ошо ауырыуҙы яйлап йырып сыҡтың икән, өс-дүрт йыл үтһә,  мотлаҡ башҡаларға хәбәр килтереп, һауағыу юлдары менән уртаҡлашырға тейешһең” тип әйтелә.
Бөгөн Башҡортостанда наркомандар һаны 6 мең тиелә, был теүәл һан тип әйтеп булмай.  Мин 100 меңләп барҙыр, тип әйтәм. Бына беҙ наркомандар менән эшләйбеҙ,  “кесе психотерапевтик  төркөм” алып барғанда  улар асылалар, уларҙың  һөйләүе буйынса,   бәләкәй йәштән яйлап ҡына эсә башлағандар. Быны ата-әсә лә, уҡытыусы ла белмәгән. Һуңғы йылдарҙа бер-ике йыл дауамында наркотик ҡуланыусыларҙы асыҡлауы ауыр түгел, улар тиҙ генә кәүҙә ауырлығын юғалта башлай, аҡылдан яҙыуы ихтимал.
Беҙҙең пациенттар араһында дингә тартылып үҙ булмышына ҡайтыу  осраҡтары юҡ түгел. Беҙҙең үҙәк “Нух кәмәһе”тип атала.  8-937-357-40-22.  Ярҙам ға мохтаждар ошо телефон һандары аша беҙгә мөрәжәғәт итә ала.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий