Йырсы

Йырсы https://bash.news/yuldash/31094_jyrsy

Йырсы. Уҡып ҡына йырсы булып буламы? Әгәр ҡолағыңа айыу баҫһа, уҡыуҙан фәтеүә юҡ. Әммә тәбиғәттән бирелгән һәләтең бар икән, мотлаҡ уҡырға кәрәк. Баҡтиһәң, профессиональ йырсы булыр өсөн кеше 12-13 йыл ғүмерен арнай икән. Һәм тағы бер ҡыҙыҡлы факт: тауыш бөтөнләй икенсе төрлө яңғыраһын өсөн кешегә бары тик 5 көн дауамында  вокал күнекмәләре эшләү ҙә етә.

Йырсы
Йырсы

Тауыш - кешенең тыуған еренән, уны уратып алған тәбиғәттән, һауа торошонан, көн режимынан, туҡланыуынан тора. Бына нишләп бөтә күренекле йырсылар Башҡортостандан сыҡҡан! Сөнки беҙҙең тәбиғәтебеҙ иҫ киткес!

Йырсы тиһәк, беҙ йыш ҡына эстрада йырсыһын күҙ алдына килтерәбеҙ. Ысынында йырсылар төрлө була. Мәҫәлән, опера, рок, рэп, джаз йырсылары. Гитара уйнап йырлаусыларҙы бард-йырсылар тип йөрөтәбеҙ. Хорҙа йырлаусылар була. Камера йырсылары тере музыкаль инструментҡа ҡушылып йырлай. Тағы ла сиркәүҙә йырлаусылар ҙа йырсы тип атала.  

Был һөнәргә ҡайҙа уҡырға?  Әгәр ҙә йыр-моңға һәләтегеҙ бар икән, махсус урта уҡыу йортона  вокал бүлегенә уҡырға инегеҙ. Һуңынан белем алыуығыҙҙы институтта, академияла, консерваторияла дауам итергә лә була.

Йырсыға ниндәй сифаттар кәрәк? Әлбиттә, матур моңло тауыш. Шулай уҡ, артистизм, матур дефектһыҙ телмәр, стресҡа ҡаршы тороусанлыҡ, ижади ҡараш, лидерлыҡ сифаттары һәм физик яҡтан һау-сәләмәт булыу ҙа бик мөһим.

 Дуҫтар, ә беҙгә "Һөнәрмән фекерен" тыңларға ваҡыт етте. Бөгөн беҙҙең студия ҡунағы йырсы, "Премьер" вокал төркөмө солисы Айгиз Ханов!

Курай даны
Минземимущество