Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. https://bash.news/yuldash/3110_tire-yak-mehitte-haklau
07 июн, 13:32

 Бөгөнгө тапшырыуҙа тирә-яҡ мөхит, уны һаҡлау, экологик мәҙәниәтте арттырыу тураһында әңгәмә ҡоролор. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау  һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Республикала “Ҡотҡарырға һәм һаҡларға” тип аталған халыҡ-ара экология акцияһы башланып китте. Уның барышында иһә бер-нисә сара үткәреү планлаштырыла.
Программа ҡунаҡтары -     “Башҡортостан” Милли паркы хеҙмәткәре Зилә Ибәтуллина,    "Шүлгәнташ" ҡурсаулығының музей комплексы етәксеһе  Тәслимә Хәмиҙуллина.   
Тапшырыу авторы – Зөһрә Арсаева.
  З.Ибәтуллина.  "Башҡортостан " Милли паркында балалар менән фотоконкурс  үткәрелде. Ял көнө Карст күперенә  экологик десант ойошторорға  торабыҙ. Йыл буйы  атҡарған эштәребеҙ  тәбиғәтте һаҡлауға, һәр  кешелә уға ҡарата  һөйөү, һаҡсыл  ҡараш тыуҙырыуға бағышлана.
Т.Хәмиҙуллина. Беҙҙә башлыса  экологик өмәләр үткәрелә, музей-экскурсия комплексында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға әҙелек эштәре алып барыла. Балалар менән экологик лагерь ойоштороп, тирә-яҡ йылғаларын, Йылҡысыҡҡан күлен таҙартыу ҡарала.
З.Арсаева. Сүп-сар, ҡый  күпме?
Т.Хәмиҙуллина. Ул  тиклем күп түгел. Тиҙҙән районда "Таҙа Ағиҙел" акцияһы башлана. Унда инде Ағиҙелде таҙартыу бик ҙур көс талап итә, һәр учреждениеға  эш биләмәһе бүлеп бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туристарҙың  былтырғы  ялынан һуң  бик  күп  ҡый ҡалған. Район ошо ҙур эшкә ҡушылырға тора.
 З.Арсаева. "Башҡортостан" Милли паркы күпме майҙанды биләй?
З.Ибәтуллина. Парк Мәләүез, Бөрйән һәм Күгәрсен райондарында урынлашҡан, дөйөм майҙаны 82 мең 300 гектар, уның 2 мең 500 гектары  Нөгөш һыуһаҡлағысына тура  килә. Парк территорияһында 2 лесничество эшләй.
З.Арсаева. Шаран районындағы тыңлаусыбыҙ һорау бирә: ҡурсаулыҡта һәм паркта янғындар буламы?
Т.Хәмиҙуллина. "Шүлгәнташ" ҡурсаулығында  янғындар  йылына 2-3-тән артмай, улар  күберәге  йәшендәр арҡаһында сыға. Инспекторҙар оператив рәүештә дружиналар ойоштороп, янғындар таралыуына юл ҡуймай. Бер яҡтан Милли парк, икенсе яҡтан "Башҡортостан" дәүләт ҡурсаулығы булғас, янғындарҙы бергәләп киҫәтеп тороу мөмкинлеге бар.
З.Арсаева. "Шүлгәнташ" ҡурсаулығына килеүселәрҙе  иң тәүҙә солоҡ ҡорто ҡыҙыҡһындыралыр?
Т.Хәмиҙуллина. "Шүлгәнташ" - иң бәләкәй ҡурсаулыҡтарҙың береһе, унда ике  тәбиғәт ынйыһы менән танышырға мөмкин: Шүлгән мәмерйәһе  һәм  солоҡ  ҡорто. Беҙҙә донъялағы  берҙән-бер Солоҡсолоҡ музейы  бар. Ҡунаҡтарҙы солоҡсолоҡ тарихы, солоҡсоноң эш ҡоралдары, кәрәк-ярағы менән таныштырабыҙ. Үҙенсәлекле аттракционыбыҙ ҙа ҡунаҡтарҙы, бигерәк тә балаларҙы, йәлеп итә: теләгән һәр кеше солоҡ ағасына үрмәләй, үҙен ысын солоҡсо итеп тоя ала. Ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген инспекторҙар хәстәрләй, эргәлә күҙәтеп, ярҙам итеп, өйрәтеп тора. Сөнки солоҡ ағасына  менеүе бик ауыр, ҡыйыулыҡ  талап итә. Кемдәр солоҡсо  булып ҡарарға теләй, беҙгә рәхим итегеҙ.
   З.Арсаева."Башҡортостан" Милли  паркында ниндәй ҡабатланмаҫ үҫемлектәр һәм хайуандар бар? Уларҙың ҡайһылары “Ҡыҙыл китапҡа” индерелгән?
Зилә  Ибәтуллина: Парк  бик  бай, унда 200-ән ашыу төр ҡош, 28 төр балыҡ, 700-ҙән ашыу үҫемлек бар. "Ҡыҙыл китапҡа" индерелгән  болан, ҡырағай бал ҡорто, осар тейен, ярғанаттарҙың бер нисә төрө  бар.
З.Ибәтуллина. Сәскәләр донъяһын да әйтеп үтәм. Орхидеяларҙың өс төрө,  Бибирштейн лаләһе  лә үҫә.
   Милли паркта  төрлө маршруттар ҡаралған: йәйәү, һыбай йөрөү өсөн дә, һыу инергә теләүселәр өсөн дө  урындар  әҙерләнгән.
Т.Хәмиҙуллина. Милли паркта ла хәҙер  солоҡсолоҡто үҫтерәләр, был эштә  бергәләп эшләйбеҙ.
З.Арсаева. Тәтешле районынан Ирек һорау бирә:"Шүлгәнташ" ҡурсаулығына асфальт юл һалынғанмы? Шулай булһа, ул тәбиғәткә  ҙур зыян килтерәсәк, тип ишеткәйнем.
Т.Хәмиҙуллина. Ҡурсаулыҡҡа тиклем асфальт килеп етмәгән, уны район үҙәгенән һуҙа башланылар инде, шулай ҙа, 30 километр арала тик таш юл булып ҡала әле. Ҡурсаулыҡтың контроль-үткәреү пунктынан эстә  тик  тәбиғи таш юл  ҡаласаҡ.
З.Арсаева. Ҡалтасы районынан Олеся  исемле юлдашабыҙ "Шүлгәнташ"ты сит илдәрҙә лә беләләрме, ҡунаҡҡа киләләрме, тип ҡыҙыҡһына.
Т.Хәмиҙуллина. 150-200 сит ил турисы  теркәлә беҙҙә.  Европа илдәренән һәм элекке союздаш республикаларынан  киләләр. Ҡаҙағстандан күп. Финляндияла  беҙҙең  менән эшләгән гид бар, ул йылына бер нисә тапҡыр туристарҙы  йөрөтә. Экзотик илдәрҙән Таиландтан, Малайзиянан килеүселәр була. Сит илдәрҙә йәшәгән  ватандаштарыбыҙ  ҙа  турист  булып килә.
З,Арсаева. Ә сит ил туристарын бигерәк тә нимә ҡыҙыҡһындыра?
Т.Хәмиҙуллина. Беҙҙә уларҙы  солоҡ ҡорто ҡыҙыҡһындыра, тәбиғәттең шул  килеш һаҡланғаны, йылғаларҙың, һауаның  таҙалығы  һоҡландыра. Музейҙа булырға, бал төрҙәрен тәмләргә яраталар.
З.Ибәтуллина. Милли паркка ғәҙәттә Ырымбур яғынан киләләр. Польша  менән тығыҙ аралашабыҙ, хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙы солоҡ ҡорто менән эш итергә өйрәтәбеҙ.
Т.Хәмиҙуллина. Польшала солоҡсолоҡто тергеҙеү буйынса эшләйҙәр, шуның өсөн был эшкә  беҙгә килеп өйрәнәләр, беҙ ҙә уларға барабыҙ. Май айында Ярославль өлкәһендә лә солоҡсолоҡ буйынса  семинар  үтте, унда беҙҙең  хеҙмәткәрҙәр барып, тәжрибә уртаҡлашып, оҫталыҡ дәрестәре биреп ҡайтты.
З.Арсаева. Браконьерҙар  осраймы, тәбиғәткә  ниндәй  зыян һала улар?
З.Ибәтуллина. Һуңғы йылдарҙа ҙур зыян килтергәндәр юҡ. Урындағы халыҡтың  да мәҙәниәте үҫә, улар килгән туристарға үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә, беҙҙең менән эшләй.
З.Арсаева. Республиканың ҡайһы төбәктәрендә тәбиғәт парктары ойошторорға мөмкин?
З.Ибәтуллина. Тыуған яғым Илештә  эшләр инем Ҡәҙер тауында, Ҡашҡар урманында. Быға тиклем Бөтөн донъя ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау фондында эшләгәндә, бер нисә проект бар ине. Шуларҙың береһе - Ирәмәл паркын  төҙөү - тормошҡа ашты. Әле Ҡырҡты, Еҙем,  Ирәндек  проекттарын тормошҡа ашырыу  тора.
 З.Арсаева. Марсель Исламов һорау бирә: Сәйәхәт, ял итеү өсөн ниндәй мөмкинлектәр бар? Ниндәй телефондар буйынса бәйләнешкә сығырға мөмкин?
З.Ибәтуллина. Беҙҙең сайтҡа инеп, кәрәкле мәғлүмәтте табырға  була.
З.Арсаева. Камил исемле тыңлаусы һорау ҡуя: Шүлгән мәмерйәһендәге  Зәңгәр күлдең  һыуы һаулыҡты яҡшырта тигәне дөрөҫмө?
Т.Хәмиҙуллина. Зәңгәр күлде тере һыу тип,  уның  ҡаршыһындағы  түңәрәк күлде  үле  һыу  тип йөрөтәләр. Ул дөрөҫтөр ҙә, сөнки  Зәңгәр  күл  мәмерйәнән ағып сыҡҡан  һыу менән яңырып тора. Ә Түңәрәк күл  улай таҙармай, һаҙлыҡҡа  оҡшаған.  Шуға  ла был күлдәрҙе тере һыулы һәм үле һыулы тип йөрөтәләр. Урал батыр" эпосында  ла әйтелә был турала: йылғаларҙан ағып сыҡмаған күлдәрҙән һыу эсмәҫкә. Зәңгәр күлдең һыуы бронхит, астманан дауалай тигән ышаныу бар барлығын. Беҙҙең мәмерйәнең һауаһы дауалай.
Телефон: Күмертауҙан Гөлнур апай. Нөгөш  буйында  күп кеше ял итә, әммә унда  бик  бысраҡ, сөнки  ҡый һауыттары юҡ.
З.Ибәтуллина. Һүҙ  ҡырағай ял итеүселәр тураһында бара, ә рөхсәт ителгән урындарҙа сүп һауыттары ла, ял урындары ла бар, усаҡ яғыу мөмкинлектәре тыуҙырылған.
З.Арсаева. Мәмерәйәгә инеү урыны камиллаштырылдымы, тип һорай Баймаҡтағы  тыңлаусыбыҙ.
Т.Хәмиҙуллина. Ҡунаҡтарҙың  именлеген тәьмин итер өсөн мәмерйәнең өҫкө яғы өлөшләтә сетка менән ҡапланды. Физик мөмкинлектәре сикле туристарҙы  ҡайғыртып, һуҡмаҡтарҙағы эре таштарҙы алдыҡ.
З.Арсаева. Мәмерйәлә яңы асыштар бармы?
Т.Хәмиҙуллина. Һирәк булһа ла, яңы залдар, һүрәттәр  табыла. Эҙләнеүҙәр дауам итә.
З.Арсаева. Тыңлаусыларҙы йәй көнө "Шүлгәнташ"та һәм Милли паркта ял итеү ҡыҙыҡһындыралыр.
Т.Хәмиҙуллина. Халыҡты көтөп ҡалабыҙ, тик  ҡунаҡтар  ял  көндәрендә түгел, ә эш көндәрендә  лә килһендәр ине. Шулай иткәндә беҙгә лә, ҡунаҡтарға ла уңайлы булыр.
З.Ибәтуллина. Милли  парк та  беҙгә килергә теләүсе һәр кешене көтөп ҡала. Һәр кем күңеленә оҡшағанса  рәхәтләнеп ял итер.