Автолавка төпкөл ауылдарға барып етерме?

Автолавка төпкөл ауылдарға барып етерме? https://bash.news/yuldash/31374_avtolavka-tepkel-auyldarha-baryp-eterme

Башҡортостанда ваҡ ауылдар, уларҙағы кешеләр йәшәйешен аҙмы-күпме яҡшыртыу маҡсатында яңы проект һынала башланы. Уның асылы - дәүләт кибеттәре булмаған ауылдарға тәгәрмәстә магазин ебәреү. Проект 10 районда һынау үтә. Уңышлы барып сыҡһа, башҡа райондарҙағы төпкөл һәм һәм оло юлдан ситтә ятҡан ауылдарға продукцияны һыуытҡысы булған машиналарҙа ташый башлаясаҡтар. Проектта Баҡалы, Бүздәк, Күгәрсен, Архангел, Ейәнсура, Әлшәй, Белорет, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Көйөргәҙе райондары бар. Мәсьәләне урындағы эшҡыуарҙар, кибет ойошторусылар ҡатнашлығында хәл итергә тырышалар. Йәғни, бизнестан тыш өлгәшеп булмай. Мәсьәләнең социаль яғы артҡы планға ҡала. Мәҫәлән, Белорет районы буйынса 33 ауыл маршрутҡа индерелгән, әммә юлһыҙ һәм район үҙәгенән алыҫ ауылдар мәхрүм ҡала. Социаль яуаплы эшҡыуар еңеп сыҡһа һәм юлһыҙ төпкөлгә барырға теләһә - рәхим итһен- маршрутҡа өҫтәйбеҙ тинеләр унда.

Автолавка төпкөл ауылдарға барып етерме?
Автолавка төпкөл ауылдарға барып етерме?


Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд