Тарихта "ҡара таптар" етерлек...

Тарихта "ҡара таптар" етерлек... https://bash.news/yuldash/3146_tarihta-kara-taptar-eterlek
18 июн, 11:53

    Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, ти халыҡ. Был айырыуса тарихсыларға ҡағыла кеүек. «Тарих - бәләкәй генә киҫәктәрҙән, ваҡ ҡына өлөштәрҙән бер бөтөн булдырыу һәм был эштә хата яһамау», тигән бер аҡыл эйәһе. Бөгөнгө программала гел хәрәкәттә булған, экспедициялар, сәфәрҙәр ойошторған замандаштарыбыҙ менән әңгәмә ҡормаҡсыбыҙ.   

Тарихта ҡара таптар етерлек...
Тарихта ҡара таптар етерлек...


         Студия ҡунаҡтары -  тарих фәндәре кандидаты, доцент  Нурислам Ҡалмантаев,  студенттар Зарина Төхвәтуллина, Ғаяз Бикбулатов һәм Лилиә Әһлиуллина.
 Тапшырыу авторы -   Зөһрә Арсаева.
Нурислам Ҡалмантаев. Беҙҙең маҡсат – студенттар менән экспедицияларға сығып, экспонаттарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү, уның тарихи ҡиммәтен раҫлау. Былтыр Салауаттың тыуған яғында булдыҡ. Салауатты яратҡан кешеләр сәфәр барышында беҙҙе оҙата йөрөнө. Тәкәй ауылына килгәндә, ул заманда ғына түгел,  хәҙер күп ауылдар юҡҡа сығып бара, йәштәр ситкә китә. Ауылдарҙы ҡайтанан тергеҙергә ине лә бит!
Көҙ көнө студенттар менән Бүздәк районы Аҡтау ауылына Муллаян Халиҡовтың тыуған төйәгенә барҙыҡ. Оло Башҡортостанды булдырған шәхес, Зәки Вәлидиҙән ҡала икенсе урында тора.  Уның исемен мәңгеләштереү буйынса эшләйһе эштәр алда әле. Өфөнөң иң ҙур урамдарының береһенә Муллаян Халиҡов, Шәйехзада Бабич исемен биреү, ул шәхестәргә бюст ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһаныҡ.
Тарихта ,,ҡара таптар,, етерлек. Ниндәй генә осорҙо алһаҡ та, билдәһеҙ факттар бик күп. Һәр тарихсы аныҡ бер осорҙо яҡтыртҡан.
VII-VIII быуаттарҙа Өфө урынында бер ҡаласыҡ булған. Тарихи тикшеренеү эштәре артабан да ошолай алып барылһа,  бер ун-ун биш йылдан Өфөнөң йәше аныҡ билдәләнер.
Урал аръяғында, дөрөҫөрәк әйткәндә, Баймаҡ районы биләмәләрендә законһыҙ алтын эҙләүселәр, “ҡара археологтар” һаны артты. Улар Ырымбур өлкәһе, Мәскәү, Санкт-Петербург яғынан килеүселәр. Быға юл ҡуйырға ярамай.
         Киләсәктә студенттар менән Темәс, Ырымбур, Силәбе, Пермь яҡтарына экспедицияға сығырға тигән уйыбыҙ бар.
Зарина Төхвәтуллина. Беҙ шулай уҡ Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылда булдыҡ. Үҙ идеяһына тоғро шағир беҙҙе  һоҡландырҙы.
Йыл да археологик экспедицияға сығабыҙ. Яңыраҡ бер төркөм студенттар Хәйбулла яғында булдып ҡайтты, беҙҙең төркөм ,,Өфө ҡаласығы -2,, лә экспедицияла булды. 15-16 май Бөрйән районына сәфәр ҡылдыҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһендә булыу беҙҙе хайран ҡаттырҙы.
Ғаяз Бикбулатов. Салауаттың тыуған ауылы урынында ,,Тәкәй ауылы,,нда булдыҡ, иҫтәлеккә фотоға төшөп, үҙебеҙҙең архивҡа һалып ҡуйҙыҡ. Тәкәй ауылы урынында ауылдың макетын ҡороп, тарихи –мемориаль үҙәк булдырыу дөрөҫөрәк булыр, тип уйлайым.
Беҙҙеңсә, Өфөгә 440 ҡына йыл түгел,  боронғо картаға ҡарағанда, 1300  йыл тирәһе булып сыға.
Баймаҡ алтынының яҙмышы бик аяныслы. 1934  йылға тиклем СССР-ҙа иң күп алтын биргән төбәк булып һаналған. Бөгөнгө көндә лә Баймаҡ алтынына һунар барыуы хафаға һала.
Мин үҙем сығышым менән Бөрйәндән. Урал-батыр, Аҡбуҙат, Бабсаҡ бей кеүек эпостар ошо тарихи төбәккә барып тоташа. Тарихты яратыуым тыуған төйәгемә бәйле тиһәм хата булмаҫ. Һәр легенданың үҙ тарихы бар. Телдән-телгә күсә бара, ул ниндәйҙер кимәлдә үҙгәреш кисерә, шулай ҙа төп сюжет һыҙығы һаҡлана. Бындай мәҙәни-тарихи сәфәрҙәр беҙҙе алда көтә.
Лилиә Әһлиуллина. Муллаян Халиҡовтың шәхесе яҡтыртылмаған, уны бик аҙ беләбеҙ. Йәштәргә өйрәнәһе бар әле. Бындай сәйәхәттәр беҙҙе берләштерә, университетыбыҙҙың төрлө факультеттарынан йыйылған студенттар сәфәр аҙағына бер ғаилә булып китәбеҙ.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд