Аҙнаға йомғаҡ

Аҙнаға йомғаҡ https://bash.news/yuldash/31600_aznaha-jomhak

Аралашыу - яҡшы ғәҙәт. Башҡортостан башлығы халыҡтың һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙе. Йорттар төҙөлә, дауаханалар һалына, юл-күперҙәр буласаҡ, урындағы түрәләр халыҡ өсөн эшләйәсәк, Шихандарға ҡағылыусы булмаясаҡ. Шундай яуаптар алды кешеләр.

Аҙнаға йомғаҡ
Аҙнаға йомғаҡ

Республикала алдашыусылар, тимәк, алданыусылар ҡалмаясаҡ. Алдағы 3 йылда. Һәр хәлдә унар йылдар буйы фатир көткәндәр шуға өмөтләнә ала.

Балтанан бутҡа, йәки үҫемлек майынан да сыр яһап була икән. Тик сыр ашайым тип ҡапҡанға эләккән сысҡан хәленә ҡалмаҫбыҙмы? Белгестәр сетерекле теманы күтәреп сыҡты.

Силсәүит - авторитет. Был аҙнала урындағы үҙидаралыҡтар үҙ байрамдарын билдәләне.

Башҡортса колумбайн. Йәки класташтар менән аңлашыуҙа Стәрлетамаҡ ысулы. Американың ҡара модаһы беҙгә килеп еттеме?

Республикала янғын хәүефһеҙлеген инҡар итеүсе сауҙа йорттары бар. Рөстәм Хәмитов хәүефле объекттарҙы исемләп һанап сыҡты.

Ошо һәм башҡа темалар - беҙҙең "Даирә"лә

Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд