Официант

Официант https://bash.news/yuldash/31687_oficiant

Официант - йәмғиәт туҡланыу өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәр.

Официант
Официант

Официант һүҙе латин теленән тәржемә итһәк, officium -  вазифа тигәнде аңлата.

Беҙ был һөнәр эйәләрен кафе-ресторандарҙа осратабыҙ. Улар беҙгә меню килтерә, һуңынан  һайлаған ризыҡтарҙы алып килә, ашап бөткәс, беҙҙең менән иҫәпләшә.   

Официанттар бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡ,тиҙәр, сөнки илдә ниндәй генә көрсөк булмаһын, йәмғиәт туҡланыу урындары булған, бар һәм буласаҡ.

Рәсәйҙә тәүге официанттар 19 быуатта барлыҡҡа килә. Был  беҙҙең илдә европа тибындағы ресторандар асылыу менән бәйле. Ә уға тиклем трактирҙарҙа "половой" тип йөрөтөлгән иҙән йыуыусылар официант эшен башҡарған.Был эштә, ғәҙәттә, крәҫтиәндәр эшләгән һәм һөнәргә 4 йыл дауамында өйрәткәндәр. Уларҙың эшенә һауыт-һаба йыуыуҙан алып, тирә-яҡты тәртиптә тотоу ингән. Ә бына сәйлек тип аталған (чаевые) аҡсаны көн дауамында бер урынға йыйып барғандар, ә эш тамамланғас, һәр хеҙмәткәргә бүлеп биргәндәр.

Әлеге көндә официанттың төп эшенә заказ ҡабул итеү, уны килтереү, заказ өсөн иҫәпләшеү, өҫтәлде йыйыштырыу һәм киләһе клиентты ҡаршы алырға әҙерләнеү инә. Кәрәк икән, официант салфеткаларҙы, ашъяулыҡтарҙы алмаштыра, залды тәртиптә тота, әгәр ресторанда йә кафела байрам сараһы үтһә, залды биҙәү ҙә уның эше.

Официант  ҡунаҡтарҙың һорауҙарына ҡәнәғәтләндерерлек яуап ҡайтара, кәрәк икән, ризыҡтар, эсемлектәр тәҡдим итә. Шулай уҡ клиенттар менән иҫәпләшә, ватылған һауыт-һаба,һәм, әлбиттә, түләмәй ҡасҡан клиент өсөн дә яуап бирә.

Ҡыҫҡаһы, юғары профессионал өсөн иң мөһиме - һәр клиент был аш-һыу йортонан туҡ һәм ҡәнәғәт булып сығырға тейеш.

Официант нимә белергә тейеш? Беренсенән, өҫтәл сервировкалай белеү мотлаҡ . Икенсенән, төп аш-һыуҙарының рецепт үҙенсәлектәрен белеү ҙә кәрәк. Өсөнсөнән, этикет нескәлектәрен биш бармағылай белеү мөһим. Дүртенсенән, теге йә был ризыҡҡа ниндәй эсемлек тап килеүен әйтә алырға тейеш. Бишенсе, инглиз телен дә белһә, тағы ла яҡшыраҡ.

Официантҡа ниндәй сифаттар кәрәк буласаҡ?

Түҙемлелек, иғтибарлы булыу, яҡшы хәтер, кеше менән аралаша белеү, алсаҡлыҡ, стресҡа ҡаршы тороу, физик яҡтан сыҙамлыҡ, бөхтәлек, мөләйем йөҙ-ҡиәфәт, яҡшы дикция ла кәрәк буласаҡ.

Официантҡа ҡайҙа уҡырға?

Юғары уҡыу йортон тамамлау мотлаҡ түгел. Әммә яҡшы эш табыр өсөн махсус курстарҙа йә колледжда уҡырға кәрәгәсәк.

Ә беҙҙә бөгөн "Һөнәрмән фекере"ндә  официант Азамат Бирғәлин.

Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд