Өфө-2 ҡаласығы.

Өфө-2 ҡаласығы. https://bash.news/yuldash/3173_efe-2-kalasyhy
25 июн, 00:00

Өфөнөң хәҙерге тарихы 1574 йылдан башлана. Быйыл рәсми рәүештә ҡалабыҙҙың 440 йәшен билдәләнек. Ысынында иһә Өфөгә 1000 йылдан ашыу, тигән фараздар ҡылына. Башҡортостан ғалимдары ғына түгел, ғәрәп һәм Европа ғалимдары ла әлеге Өфө биләмәһенә тура килгән урындарҙа боронғо ҡалалар барлығын яҙып ҡалдыра…
Мәҙәни ҡатламдарҙы өйрәнеү буйынса бөгөн нимәләр эшләнә? «Асыҡ студия»ның бөгөнгө сығарылышында ошо тема күтәрелә.
Ҡунаҡтар - Өфө-2 ҡаласығы республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Марсель Шәмсетдинов, мәҙәни-тарихи үҙәк рәссамы Резеда Таһирова.
Тапшырыу авторы - Зөлфиә Рәхмәтуллина.
Марсель Шәмсетдинов. Ҡаласыҡ III-IV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Исеме башҡаса аталған. Боронғо картала был ерҙә ,,Башкирди,, тигән ҡала булыуы теркәлгән. Бәлки ул бер нисә ҡаланы берләштергәндер. Хәҙерге Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ Монументы урынында, Сочинский урамдарында айырым ҡаласыҡтар булған. Ағиҙел йылғаһы буйлап, Каманан Волгаға, унан Каспийға барып төшөп, һыу юлы буйынса сауҙа эше алып барылған.​
Өфө-2 ҡаласығында ҡаҙыу эштәре 2006-сы йылдан алып барыла. Үҙе 1953 йылда асыла.
Табыштарға килгәндә, Кавказ яғынан күпләп көршәктәр ҡайтарылыуы, биҙәнеү әйберҙәренең Мысыр, Һиндостандан килтерелеүе мәғлүм. Сауҙа эшенең ныҡ үҫеш алған булыуына был үҙе үк ишара булып тора. Һәр бер ҡатламдан анализға ер алып, ниндәй үҫемлектәр үҫеүе асыҡлана. Төҙөлөш материалдарына килгәндә имән, ҡайын ағастары күпләп ҡулланылыуы асыҡланды. Ағастан түшәлгән урамдар 7-8-се быуатҡа тура килә, ә иң боронғо ҡатламдарҙың 3-4-се быуатҡа ҡарағанлығы раҫланды.
Музей ҡасан асыла, тигәнгә аныҡ яуап биреүе ауыр. ШОС һәм БРИКС программаһына инергә тейеш ине, тик әлегә был раҫланмаған. Ә кемдер ҡыҙыҡһына икән, рәхим итһендәр, Өфө-2 ҡаласығында беҙ уларҙы ҡабул итергә әҙер.
Ҡаласыҡта күберәк тарихсы-ғалимдар, археологтар өсөн ҡыҙыҡлы нәмәләр бар, Византиянан ҡайтарылған, Алтын Урҙа осорона тап килгән экспонаттар ҙа етерлек.
Өфөгә 440 йыл булһа, уның урынында булған ҡаласыҡҡа 1800 йыл тирәһе барҙыр. 2007 йылда таштан эшләнгән кеше башы таптыҡ, төрки халыҡҡа ҡарағаны күренеп тора. Бында йәшәгән халыҡтың күпселеген төрки халыҡтар тәшкил иткәндер, тигән фараздабыҙ.
2012 йылдағы Федераль маҡсатлы программа буйынса бүленгән Грант ҡаҙыныу эштәренә ҡулланылһа, быйылғы Президент Гранты рәсем эштәренә, күргәҙәмәләр ойоштороуға тотоноласаҡ. Беҙҙең ҡаласыҡтың тирә-яғында төҙөлөш эштәре алып барыла, тәҡдимдәр күп (күп ҡатлы йорттар күтәреү, ер аҫты гараждары төҙөү һәм башҡалар), әммә беҙ быға ризалашмайбыҙ. Әгәр быға юл ҡуйһаҡ, мәҙәни-тарихи ҡомартҡыны ер аҫтына күмергә рөхсәт бирәбеҙ, тигәнде аңлата. Әле беҙ һәр ҡатламды айырым ҡаҙырға, өйрәнергә тейеш. Быйыл был эшкә 50 квадрат метр ер ҡаралған. Уның эше етерлек. Бик һаҡ, ентекле эшләүҙе талап итә. Көрәк менән ҡаҙыуҙы туҡтаттыҡ, бумалалар ҡулланабыҙ.
Йәштәргә тырышлыҡ, белемгә ынтылыш теләр инем. Археология менән ҡыҙыҡһыныусылар беҙҙең менән экспедицияға сыға ала. Былтыр Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы районындарына ҡаҙыныу эштәренә сыҡтыҡ. Беҙҙең Башҡортостанда ундай урындар етерлек.
Резеда Таһирова, мәҙәни-тарихи үҙәк рәссамы.Әлеге ваҡытта 3D фарматында музей булдырабыҙ. Һәр табылған нәмә ҡыҙыҡһыныу уята (муйынсаҡ, мәрйен, ҡайыш, һауыт-һабалар…). Иң ҙур эш археологтар иңенә төшә. Ә беҙ инде табылған экспонаттарҙан күргәҙмәләр ойошторорға булышлыҡ итәбеҙ.
Быйыл йәштәрҙе тарих менән таныштырыу өсөн төрлө саралар ойошторҙоҡ. 158-се, 45-се гимназиялар менән бәйләнеш булдырылған. 1 сәғәтлек дәрес эсендә үҙебеҙ төшөргән фильмды, фотоһүрәттәрҙе, экспонаттарҙы күрһәттек. Уҡыусылар бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте.
Рәссам булараҡ, киләһе быуын йәштәренә рух ныҡлығы, тарихҡа битараф булмауҙарын теләйем.

Минземимущество
Банер уфимская волна