Башҡортостанға ҡара сиңерткәләр һөжүм итә.

Башҡортостанға ҡара сиңерткәләр һөжүм итә. https://bash.news/yuldash/3176_bashkortostanha-kara-sinertkeler-hezhum-ite
26 июн, 09:25

Башҡортостан баҫыуҙарына ҡара сиңерткәләр һөжүм итә. Бөжәктәр ауыл хужалығына ниндәй зыян килтерә? Ҡоротҡостарҙың тағы ла ниндәй төбәктәргә таралыуы ихтимал?

Башҡортостанға ҡара сиңерткәләр һөжүм итә.
Башҡортостанға ҡара сиңерткәләр һөжүм итә.


Ошо һорауҙар иғтибар үҙәгендә.
 
Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара.
     Cтудия  ҡунағы – «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалы белгесе Менәүәрә Хисаметдинова.
 Менәүәрә Хисаметдинова. Беҙҙең тикшеренеүҙәр буйынса бөгөн республиканың 25 районында ҡара сиңерткә барлығы теркәлгән. Айырыуса Урал аръяғы райондарында был бөжәктәрҙең күпләп ишәйеүе күҙәтелә. Унда көтөүлектәргә, туғайҙарға һәм хатта иген баҫыуҙарына ҡоротҡостар ингән. Республиканың 4 төбәгендә – Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында махсус режим индерелде. Ҡара сиңерткә элек-электән булған, бөжәктәр беҙгә Ырымбур яғынан күпләп ингән. 2009 йылдан башлап ҡоротҡостарҙың һаны күбәйҙе, был йылдарҙың ҡоро килеүенә бәйле. Химик эшкәртеү алып барыла. Шулай ҙа был эштәрҙе көҙҙән атҡарғанда, саранчаның йомортҡалары ҡышҡы һалҡында юҡҡа сыҡҡан булыр ине. Хәҙер төп маҡсат – ҡара сиңерткәне баҫыуҙарға индермәү. Яландарҙа һәм туғайҙарҙа уларҙың ояларын табып, химик эшкәртеүҙе шунан башлау әһәмиәтле. Был төбәктәрҙәге​ халыҡ бесәнгә иртәрәк төшһә, мал аҙығын юғалтыуһыҙ йыйып алыр ине. Мәғлүмәттәр буйынса әле 31 300 гектар майҙанда химик эшкәртеү үткәрелгән.
Республиканың төнъяҡ райондарынан башҡа бар төбәктәрҙә лә сиңерткә осрай. Был ҡоротҡостар үлән менән туҡлана. Бер квадрат метр майҙанға 20-30 бөжәк тура килһә, байтаҡ зыян килтерә тигән һүҙ. Беҙҙә был күрһәткес әле күпкә юғарыраҡ. Әгәр уны туҡтата алмаһаҡ, зыян ҙур буласаҡ. Шулай ҙа беҙ ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, республика төбәктәрендә химик эшкәртеү алып барабыҙ. 
​         Ҡара сиңерткә элек тә булған, бар һәм буласаҡ. Уның артабан артыуы йәки кәмеүе һауа торошона ла бәйле. Ямғырлы көн булғанда, улар әүҙемлеген бер ни тиклем кәметә. Ҡара сиңерткәнән зыян күргән райондар ниндәйҙер күләмдә компенсация аласаҡ. Республика Хөкүмәте был йәһәттән эш алып бара.

Банер уфимская волна