Каратэ түңәрәге

Каратэ түңәрәге https://bash.news/yuldash/31840_karate-tunerege
03 май, 05:16

Был көрәш сәнғәте Ҡытайҙа башланғыс ала. Аҙаҡ ул Окинава утрауында үҫеш ала башлай. 19-сы быуатта Япония ла каратэ менән таныша. Билдәле актерҙар Чак Норрис, Жан-Клод Ван Дамм, Беар Грилс, рокн-ролл батшаһы Элвис Пресли каратэ стилен төпләп өйрәнеүселәр. Был көрәш төрөнөң 70-ләп йүнәлеше бар. Каратистарҙың билбау төҫтәренә ҡарап ҡасан шөғөлләнә башлағандарын, оҫталығының кимәлен билдәләргә мөмкин. Улар аҡ, һары, ҡыҙыл, көрән һәм ҡара төҫтә була. Бөгөнгө геройыбыҙ Уралиә Әсәҙуллина Өфө ҡалаһының 58-се лицейының 5-се класс уҡыусыһы.  Егет кеше генә түгел, ҡыҙҙар ҙа көслө булырға тейеш тип, ул 28-се спорт мәктәбендә каратэ менән шөғөлләнә.( 27 апрель эфиры).

GAUGA