Шәхес һәм ғалим Зиннур Нурғәлин

Шәхес һәм ғалим Зиннур Нурғәлин https://bash.news/yuldash/31964_shehes-hem-halim-zinnur-nurhelin
08 май, 08:35

Донъяла яҡты күңелле, нур бөркөп торған кешеләр була. Улар менән аралашҡы килә, һөйләгәндәре күңелгә рухи аҙыҡ бирә, донъя тағы ла яҡтыраҡ, нурлыраҡ булып китә…Хәйер, тапшырыу геройының исем- шәрифтәре лә нурҙан ҡойолған: Зиннур Нурғәлин ул. Хәләл ефете Ғәбтиә апай менән 1949 йылда  өйләнешкәндәр. Әле лә тиң ғүмер итәләр. Ғаиләләге өс бала ла ғилем юлын һайлаған.  Нур – юридик фәндәр кандидаты. Люциә – сит телдәр буйынса, Илдар күҙ ауырыуҙары буйынса диссертация яҡлаған.   Атайҙары, Зинур ағай – фән докторы, профессор,  академик. «Өс балам  да хәҙер хаҡлы ялда, мин эшләгән дә еткән тип туҡтаттым уларҙы», –тип йылмая Зиннур ағай.  90 йәшлек ил ағаһы әле лә һәлмәк баҫып, Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытып йөрөй. Бында эшкә килгәненә быйыл  50 йыл икән!  Зиннур Әхмәҙи улы ҙур бейеклеккә етер өсөн әсе тирен аҙ түкмәгән.  

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа