1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәр өсөн хаҡ артты.

1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәр өсөн хаҡ артты. https://bash.news/yuldash/3208_1-iyulden-torlak-kommunal-huzhalyk-elkehendege-hezmetter-esen-hak-artty
04 июл, 21:52

   Иҡтисад ирекле булырға тейеш булһа ла, уны нисектер көйләргә тырышырға тура килә. Мәҫәлән, бөгөнгө шарттарҙа – 1 июлдән илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хаҡтар ҡырҡа артҡанда.
   Нимәгәлер хаҡтарҙың кәмеүен йәмғиәт бик еңел ҡабул итә. Уның айҡанлы әллә ни ҡыуаныс та кисерелмәй шикелле, шулай булырға тейеш, тип кенә баһалана кеүек. Ә бына артыуын… Был инде, алдан иҫкәртелә киленһә лә, нигеҙле күтәрелһә лә, ыңғай ҡаршыланмай. Шуның менән бергә Башҡортостан хөкүмәтенең йыл башынан бирле мохтаждарға адреслы социаль ярҙам күрһәткәне билдәле. Һәм был йылдың алдағы яртыһына ла күсә, уның өсөн яңынан ғариза яҙыу ҙа кәрәкмәй. Уның республика буйынса уртаса күләме – 200 һум. Белгестәрҙең фекеренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағынан иҫ киткес финанс ҡытлығы кисерә: селтәрҙәр туҙа, насос станциялары төҙөлмәй һ.б. Шуға күрә хәҙер тарифтар күтәрелә. Күтәрелере киләсәктә лә көтөлә, бының ғына хәлде яҡшыртырына әллә ни өмөт юҡ. Инвестиялар талап ителә.
  Хәйер, өмөт бар. Хөкүмәт ярҙамына ғына ҡарап ултырмайынса, энергияны һаҡсыл тотонорға. Бөтә донъя шулай иткәндә, беҙгә лә өйрәнә башларға кәрәктер бит. Ут, телевизор йәки телефонға көс йыйҙырыу ҡорамалын һүндереү-һүндермәүҙән әллә ни байып та, бигүк бөлөп тә китмәбеҙ, әлбиттә, уныһы шулай, әммә… Әммә ниндәйҙер файҙа барыбер ҙә бар, имеш. Йәнә лә, яңы заман килеп, сит илдең көнкүреш техникаһы паспорттарында электр энергияһын экономиялау тураһында яҙылған урындарҙы көлөмһөрәп уҡый инек: йәнәһе лә: “Тапҡандар мөһим нәмә!..”, ә хәҙер инде эко-режимлы, А класынан да кәм булмаған приборҙар алырға ваҡыттыр. Һәр хәлдә белгестәр шулай тәҡдим итә.  
  Студия ҡунағы - республика тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәҙис Сәлимгәрәев.
    Тапшырыу авторы- Рәсүл Сәғитов. 
   Фәҙис Сәлимгәрәев: Беҙҙең республикаға йыллыҡ хаҡтар артышы 5,6 процент тип билдәләнгәйне, ә һыуҙыҡы – 8,5 процент. Тарифтарҙы иҫәпләп, хаҡтар 1 июлдән артасаҡ,  тип декабрь айында уҡ раҫлағайныҡ. Бер нисә ойошма, беҙҙең менән килешмәйенсә, судҡа тиклем барып етте һәм федераль тариф хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте.
   8 муниципаль районда йылылыҡ буйынса үҙгәреш булды.  Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта һәм Сибайҙа һыуға хаҡ артты. Өфөлә йылылыҡ 44 процентҡа ҡиммәтләнде, ә һыуға хаҡ 40 процентҡа  күтәрелде. Кешегә түләүҙәр бик ауыр булмаһын өсөн, адреслы социаль түләүҙәр индерелде. Коммуналь түләүҙәр 12 проценттан артып китһә, ғариза яҙғандарға субсидия  бирелә. Ғаризаларҙы тапшырыу өсөн социаль органдарҙың субсидия үҙәктәренә, берҙәм түләү үҙәктәренә, идара итеү органдарына, хакимиәткә мөрәжәғәт итергә була.

Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа