Кооперация. 500 сик түгел

Кооперация. 500 сик түгел https://bash.news/yuldash/32162_kooperaciya-500-sik-tugel

2020 йылға республикала агройүнәлештә эшләүсе кооперативтар һаны ярты меңгә яҡынлашасаҡ. Башҡортостанда бөгөнгә улар - 116. 40-лабы – былтыр, егермегә яҡыны быйыл теркәлде. Араларында уңышлы эшләгәндәре лә бар. Кооперация - яңылыҡ түгел. Шулай уҡ халыҡты кире коллектив хужалыҡ - колхозға өгөтләү ҙә түгел. Революция алдынан Рәсәйҙә 45 миллион кеше кооперацияларҙа эшләгән. Был – ил халҡының һәр 4-сеһе тигән һүҙ. Рәсми теркәлгән һәм эшләгән кооперативтар һаны 47 меңгә еткән. Колхоздар, киреһенсә, ошондай ныҡлы хужалыҡтарҙы бөтөргән, хәлле һәм тырыш егеттәрҙе кулак тип ситкә ҡыуғандар. Әйтергә теләгәнем- ауыл кешеләре әле лә бергәләшеп, тупланып эшләй. Тик кооперация тигән рәсми ҡағыҙҙары юҡ күптәренең.

Кооперация. 500 сик түгел
Кооперация. 500 сик түгел


Курай даны
Минземимущество