“Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү”.

“Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү”. https://bash.news/yuldash/3222_hezerge-sharttarza-jeshterze-patriotik-terbieleu
10 июл, 09:01

Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы төбәк-ара семинар үткәрҙе. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 260 йыллығы уңайынан “Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү” тип исемләнгән сараға күрше төбәктәр, хатта сит илдәрҙән дә милләттәштәребеҙ саҡырылғайны.

“Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү”.
“Хәҙерге шарттарҙа йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү”.


 
Тапшырыу авторы: Зөлфиә Рәхмәтуллина.
 
Ҡунаҡ: Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев.
 
Буранбай Күсәбаев. Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайында күптән түгел күләмле семинар үтте. Темаһы - йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, илһөйәрлек рухы тәрбиәләү. Беренсенән, бала үҙ илен һөйөргә, телен, тарихын, илен, шәжәрәһен белергә тейеш. Әгәр ул быларҙы белһә, ныҡлы белем алып, иле, тыуған төйәге, ауылы өсөн эшләйәсәк. Бындай саралар быға тиклем Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында, Бүздәк районыныда үтте.
  Нимә ул патриотик тәрбиә тигәндә, ул ғаиләлә башланып, артабан балалар баҡсаһы, мәктәп, уҡыу йортонда, хеҙмәт урынында дауам ителергә тейеш. Семинарҙа 6 сит илдән – Украина, Эстония, Белорусия, Узбәкстан, Таджиҡстан, Ҡаҙағстандан башҡорт Ҡоролтайы ағзалары булды. Барлығы 180-гә яҡын кеше ҡатнашты. Республика Хөкүмәтенән, Матбуғат агентлығынан, мәғариф министрлығынан һәм башҡа ойошмаларҙан ҙур теләк менән ҡатнашып, сараны уҙғарырға булышлыҡ иттеләр. Байтаҡ проблема күтәрелде.
  Элек сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең балалары өсөн уҡырға инеү өсөн квота бирә торғайныҡ, хәҙер был Мәскәүҙән Рус хеҙмәттәшлеге аша атҡарыла. Быны алдан заявка ҡабул итеп, бергәләп эшләй алабыҙ. Гражданлыҡ алыу мәсъәләһе лә ҡаралды. Мигранттар темаһына килгәндә, хәҙер кешегә мөмкинлек күберәк бирелә. Килеп уҡырға, эшләргә теләүселәргә ярҙам күрһәтелә.
Һәр төбәктең үҙ стратегияһы. Ҡырымдағылар Рәсәй составына инеүҙәренә шат. Унда 2000-гә яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың стратегияһы - унда эшләү, Башҡортостан менән аралашып йәшәү.
   Семинарҙа ҡатнашыусылар икенсе көндә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған Салауат районында уҙған сарала ҡатнашты. Рәсәй тарихының бер бите менән яҡынданыраҡ таныштылар. Бик бай тәъҫорат тупланылар.
Башҡорт Ҡоролтайы үҙ сайтын даими яңыртып, үҙгәртеп бара. Телефон, скайп аша аралашабыҙ, шулай ҙа ҡунаҡтар күҙгә күҙ ҡарашып аралашыуға етмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Килә алмаған региондарға материалдар ебәрәбеҙ, уларҙы ташлап ҡуймайбыҙ. Бөгөнгө көндә тормош шул тиклем етеҙ, уны үтәм тип йүгерһәң, етмәүең бар, шуның өсөн беҙ атлап барабыҙ. Беҙ бергәләп халҡыбыҙ өсөн эшләргә тейеш.
Киләсәккә пландар билдәле. 2015 йылдың 1 кварталында бөтә донъя башҡорттарының IV Ҡорлотайы үтергә тейеш. Һәр районда Ҡоролтай йыйылыштары булырға, делегаттар һайланырға, эшкә һәр саҡ тәнҡит, аналитика булырға тейеш.
Республика район-ҡалаларында уңышлы эшләгән Ҡоролтайҙар бар, һүлпән эшләгәндәре лә осрай. ,,Ағинәйҙәр,, клубтары, ауыл старосталары бик уңышлы эшләгән райондар етерлек.
           Территорияларҙа йәмәғәт күҙәтеүенең һөҙөмтәле эшләүенә өмөтләнәбеҙ. Бөгөнгә килгәндә, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эш итәбеҙ. Шылтыраталар, киләләр, аралашабыҙ. Теләк шул: Ҡоролтайҙа әүҙем кешеләр күп, бергә, берҙәм эшләргә тырышайыҡ, хөрмәтле замандаштар!

Минземимущество