Мәғарифты модернизациялау.

Мәғарифты модернизациялау. https://bash.news/yuldash/3227_meharifty-modernizaciyalau
11 июл, 08:52

Парламенттарҙа яҙғы сессия тамам – депутаттар каникулға таралышты. Рәсәй Дәүләт Думаһында һуңғы ултырыш уҙған йомала үтте, Федерация Советы уға йомғаҡты кисә яһаны. Был ултырыштарҙа мәсьәләләрҙең бик күп ҡаралыуы, мәҫәлән, юғары палатала уларҙың 89-ға етеүе, тап каникул алдынан булыу менән дә аңлатылалыр: көҙгәсә кисектереп булмаҫлыҡ закондар бар ине. Федерация Совет ағзалары кисә, әйтәйек, ҡышҡы ваҡытҡа күсеү тураһындағы законды раҫланы, октябрҙән тормошҡа ашасаҡ был ғәмәл, законһыҙ башҡарыла алмай бит инде.

Мәғарифты модернизациялау.
Мәғарифты модернизациялау.


Башҡортостанда яҙғы сессияны ябыу, һуңғы ултырыш, бөгөн төшкә тиклем үтте. Көн тәртибе Федерация Советындағы һымаҡ уҡ тығыҙ раҫланманы, мәсьәләләрҙең һаны ла, ҡырҡыулығы ла ғәҙәти ултырыштарҙағынан әллә ни айырылманы. Бер мәсьәлә – мәғарифты модернизациялау йомғаҡтары үҙәктәрәк торҙо.
 
Студия ҡунағы - БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов.
 
Әлфис Ғаязов. Һуңғы йылдарҙа бер нисә яңы проект бойомға ашырылды. Был өлкәлә эш 2006 йылда башланып киткәйне. Бөтә проекттар ҙа финанс яғынан ҡаралған. Беренсеһе - "өҫтөнлөклө милли мәғариф", икенсеһе - "Беҙҙең яңы мәктәп” милли мәғариф проекттары. Мәғарифты модернизациялау проекты йомғаҡлау проекты кеүек. Беҙҙең республикала эш әүҙем ойошторолған. Был проекттар матди-техник яҡты ғына күҙ уңында тотмай. Тәү сиратта белем биреү системаһындағы идеологияны үҙгәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уҡыу йорттары бөгөнгө көн талаптарына яуап бирергә, алынған белем киләсәктә ҡулланылырға тейеш. Уңыштарыбыҙ ҙа күп. Мәғариф тармағына бүленгән аҡсаны маҡсатлы ҡулланып, мәктәптәрҙең эске, тышҡы күренеше ремонтланды, үҙгәртелде. Ошо шарттарҙа эшләүсе уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү ҙә модернизация нигеҙендә алып барыла.
Республика уҡытыусыһының уртаса эш хаҡы 22 мең 380 һум. Модернизация проекты уҡытыусының эш хаҡын ғына күтәреүгә түгел, уның эш һөҙөмтәһен яҡшыртыуҙы бурыс итеп ҡуя.
Яҡшы эшләгән кешенең хеҙмәте лә юғары баһаланырға тейеш. Быйыл республикала БДИ һөҙөмтәләре үтә түбән булманы, был бары дөйөм Рәсәй күҙлегенән сығып әйтелгән һүҙҙәр. Был балдарҙы мәғариф системаһының бөгөнгө көндә ниндәй кимәлдә булыуын күрһәткән сара тип атап булмай.
Мәғариф бер урында ғына торорға тейеш түгел, ул саҡ үҫеш, үҙгәреш юлында булырға тейеш. Бөтә донъя мәғариф системаһында ошондай реформа бар. Ҡайһы берҙәре бәлки уйланып та бөтөлмәгәндер, аныҡ маҡсатын билдәләй белмәүебеҙ ҙә быға сәбәпселер. Рус теленә килгәндә, былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл был күрһәткес 1 процентҡа түбән булды, Рәсәй буйынса был күрһәткес 10 процент тәшкил итте. Китап уҡымаған, бары компьютерға өҫтөнлөк биргән быуын үҫеп килеүе һис шикһеҙ хафаға һала. Уҡый белмәгән бала - фекерләй белмәгән бала.
​Инша яҙыуға килгәндә, ул мәктәптәрҙә ҡаласаҡ, иншаға булған талаптар ҙа үҙгәрмәйәсәк һәм уҡыу йорттарына ингәндә рус теленән имтихан тотасаҡтар.
Билдәле булыуынса, мәктәптәр ябылыуының сәбәбе - оптимизациялау, ул балалар һаны кәмеүенә бәйле. Быны ата-әсәләр ҙә аңлай. Үткән уҡыу йылында 154 класта бары берәр бала ине. Мәктәптә 30 бала, ниндәйҙер класс бөтөнләй юҡ, башланғыс класта нисә уҡыусы булһа ла, уларҙы берләштереп бергә уҡыта алабыҙ, был бары ауыл мәктәптәренә ҡағыла. Ҙур мәктәптә белем алыу - төплө белем алыуға бер аҙым, унда заманса технологиялар бар. Уҡыусыларҙы йөрөтөп уҡытыу өсөн мәктәптәр транспорт менән тәъмин ителгән. Квалификацияһы түбән уҡытыусылар юҡ кимәлендә.
Уҡытыусылар етешәме тигәндә, әгәр мәктәптә хаҡлы ялдағы кеше, тәжрибәле уҡытыусы эшләй икән, беҙ бары уларҙың тәжрибәһенә таянырға ғына тейешбеҙ. Ялдағы уҡытыусыларға матур ял, киләсәккә мәғариф тармағы алдында торған бурыстарҙы бергәләп атҡарып сығыуыбыҙҙы теләйем.
 

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд