Йылыяпманан уңыш

Йылыяпманан уңыш https://bash.news/yuldash/32310_jylyyapmanan-unysh

Аҡса эшләү өсөн күләм, киңәйеү кәрәк. Ә киңәйеү өсөн аҡса кәрәк. Яп-ябай. Кемдер ҙур сумма кредит менән баштан киң ҡолас алырға тырыша. Икенселәр юрғанға ҡарап аяғын һуҙа, йыл һайын әкренләп киңәйә бара. Рәсәй президентының май указдарында урта һәм кесе бизнесҡа ярҙам темаһына етди урын бүленгән. Айырым тармаҡтар, шул иҫәптән фермерҙарға кредит льготалы – 6 ярым процент менән биреләсәк. Фермерлыҡ бизнесына булышлыҡ итеү үҙәге темаһы ла тикшерелә. Уның төп бурысы – банктар менән килешеүҙәр төҙөү, бренд, реклама һәм етештерегән ризығын һатыуҙа ярҙам күрһәтеү.

Йылыяпманан уңыш
Йылыяпманан уңыш


Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд