1 июлдән ғәмәлгә ингән ҡулланыусылар кредиты хаҡындағы яңы ҡанундың ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары бар?

1 июлдән ғәмәлгә ингән ҡулланыусылар кредиты хаҡындағы яңы ҡанундың ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары бар? https://bash.news/yuldash/3264_1-iyulden-hemelge-ingen-kullanyusylar-kredity-hakyndahy-yany-kanundyn-nindei-ynhai-hem-kire-yaktary-bar
23 июл, 09:50

Бөгөнгө тормошто банктарһыҙ, улар тәҡдим иткән кредиттарһыҙ күҙ алдына килтереү ауыр. 1 июлдән ғәмәлгә ингән ҡулланыусылар кредиты хаҡындағы яңы ҡанундың ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары бар?
Тапшырыу авторы: Зөлфиә Рәхмәтуллина.
Ҡунаҡтар: Рәсәй ауыл хужалығы банкының Башҡортостан төбәк филиалы бүлек мөдирҙәре Марат Зәйнуллин һәм Роберт Биктимеров.
Марат Зәйнуллин. Фермерҙар, шәхси хужалығы булғандар күпләп беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Халыҡ яйлап-яйлап кредит ҡулланырға өйрәнә.
1 июлдән банк системаһында ҡулланыусыларҙы яҡлаған яңы ҡанун барлыҡҡа килде. Бында закон актында булған статьялар бер төйөнгә йыйылған. Әгәр ҙә инде ҡулланыусы ваҡытында сумманы индерә алмай икән, элек банк процентты үҙе билдәләһә, хәҙер иһә ул йылына 20 проценттан артырға тейеш түгел. Был закондың кире яғына килгәндә, ҡулланыусылар кредиты алыусылар һаны бер ни тиклем кәмейәсәк.
Был законда шундай механизм бар. Рәсәй Үҙәк Банкы һәр квартал уртаса күрһәткесте билдәләргә тейеш. Бында Рәсәйҙең йөҙ эре банкы алына. Әгәр ҙә күрһәткес 30 процент булһа, финанс ойошмалары 33 проценттан арттыра алмай.
Роберт Биктимеров. Халыҡты ике төркөмгә бүлергә була. Тәүгеләре үҙҙәренең эш хаҡына ҡарап, банкка кредит алырға килһә, икенселәре иһә күршеһенән күреп уның машинаһы яҡшы, мин дә алайым тип килә. Хәҙер икенсе төркөм кредит алыусылар кәмене, сөнки, нисек кенә булмаһын, банк үҙ аҡсаһын ҡайтарып ала. Бөгөнгө көндә эш хаҡына ҡарап кредит алыусылар һаны артыуға бара. Уртаса кредит күләме 500 мең самаһына тап килә, фатирға ипотека алыусылар күберәк. 
Беҙҙең банк асылғанда ауыл хужалығы тармағы өсөн, тип асылғайны. Бөгөн беҙ бөтә төбәктәр, бар халыҡ, ҡала предприятиелары менән эшләйбеҙ. Шулай итеп, универсаль банкка әйләндек.
Был закон ғәмәлгә ашыу менән ябай халыҡтың бер аҙ күҙе асылып ҡалыр ине. Закон бәләкәй коммерция банктары, кредит кооперативтары, тиҙ аҡса биреү пункттары өсөн бик дөрөҫ эшләнгән. Беҙҙең халыҡ ҡайҙа аҡсаны тиҙ бирәләр, шунда йүгерә. 15 процентҡа алдыҡ, тип, ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙылғанын уҡымай, уның проценты хатта 50-гә барып еткән осраҡтар бар. Ошондай хәл булмаһын өсөн яңы закон ҡабул ителде. 

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд