Башҡортостан төбәктәре Украина ҡасаҡтарын ҡабул итә.

Башҡортостан төбәктәре Украина ҡасаҡтарын ҡабул итә. https://bash.news/yuldash/3267_bashkortostan-tebektere-ukraina-kasaktaryn-kabul-ite
24 июл, 09:11

Украинала граждандар һуғышы көсәйә. Ҡалалар бомбаға тотола. Кешеләр ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтен ҡалдырып, тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр... 
 
Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.
 
Башҡортостан төбәктәре лә Украина ҡасаҡтарын ҡабул итә. Республика хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, Луганск һәм Донецк өлкәләренән килеүселәр араһында “ҡасаҡ” статусына эйә булырға, ваҡытлыса йәшәү урыны һәм эшкә рөхсәт алырға теләүселәр бихисап. Учалы районынан хәбәрсебеҙ Гәүһәр Мозафарова әҙерләгән яҙмала был хаҡта бәйән ителә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла Украина ватандаштарын көтәләр. Бында хәрби хәрәкәттәр барған дәүләттән күсеп килергә теләүселәр өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны булдырылған. Халыҡтан кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡ йыйыу банкы ойошторолған. Әле ҡалаға килеүселәр һаны 100-ҙән ашыу. Уларҙың күбеһе туғандарында һәм дуҫтарында йәшәй. Буш торған фатирҙарына ҡасаҡтарҙы индереүселәр ҙә бар, ти Стәрлетамаҡтың халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Лилиә Атйетәрова. 
​“Украина ҡасаҡтары Рәсәй гражданлығын алыу мөмкинлегенә эйә”,- тип белдерҙе Федераль Миграция Хеҙмәте етәксеһе Константин Ромодановский. Был фекерҙе Федераль Миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Өфө ҡалаһы Октябрь районы бүлеге етәксеһе, эске эштәр хеҙмәте майоры Руслан Шәйхетдинов та раҫланы.
Украинала даими йәшәүсе Рәсәй граждандары йәки Рәсәйҙә төпләнергә хоҡуҡ алған Украина ватандаштарына, низағ арҡаһында беҙҙең илгә һыйынған һәм рәсми рәүештә ҡасаҡ статусы алыусыларға пенсия түләү ҡаралған, ти Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров. 
​Украина ҡасаҡтарына Рәсәйҙә тейешле медицина хеҙмәте лә күрһәтеләсәк, - ти Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева. 
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабын Брайль шрифтында сығарҙы.​ Бынан 60 йыл элек яҙылған әҫәрҙең темаһы әле лә көнүҙәк. Унда башҡорт малайы Йәмил менән фронт һыҙығынан ҡотҡарылған украин ҡыҙы Оксананың дуҫлығы һүрәтләнә.
“21-се быуатта барған һуғыштан ҡасҡан һәм Рәсәйгә, Башҡортостанға килеп һыйынған кешеләр менән беҙ ҙә уртаҡ тел табырбыҙ, дуҫ һәм татыу йәшәрбеҙ. Һис шикһеҙ балалар – беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Күктән яуған бомбалар, көнө-төнө яңғыраған шартлау тауыштары, янғындар балаларҙың нығынып етмәгән психикаһына йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Шуға ла кескәй Украина граждандарына реабилитация талап ителә," - ти Башҡортостан республикаһы Мәғариф министры Әлфис Ғаязов. 

Здоровье и долголетия
Минземимущество