Республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдарында әленән-әле яңы мәсеттәр асылып тора.

Республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдарында әленән-әле яңы мәсеттәр асылып тора. https://bash.news/yuldash/3276_respublikabyzzyn-kala-hem-auyldarynda-elenen-ele-yany-mesetter-asylyp-tora
26 июл, 15:33

 Мәсет - мосолмандар өсөн изге йорт. Унда доғалар ҡылына, Ҡөръән-Кәрим, вәғәздәр уҡыла, дини белем таратыла, йәштәр никахҡа инә, сабыйҙарға исем ҡушыла. Мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге тәү сиратта әҙәм балаһын тәрбиәләүгә, уның күңелен сафландырыуға йүнәлтелгән.  
Тапшырыу авторы -  Зөһрә Арсаева. 
 Республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдарында әленән-әле яңы мәсеттәр асылып тора. Һәр кем төҙөлөш эшенә үҙ өлөшөн индерергә теләй. Айырыуса эшҡыуарҙар күп көс һала. Шулай уҡ, абруйлы шәхестәр тыуған ауылдарында иман йорттары балҡып ултырһын өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтә, үҙе артынан башҡаларҙы ла әйҙәй. Ошондай замандаштарыбыҙҙың береһе – танылған диктор, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Флүрә Мурзина.
Флүрә Мурзина. Ауылда иман йорто булһа, халыҡ та иманлы, тәртипле, мәҙәни була. Балаҡатай районында ни бары 3 мәсет бар. 4-сеһе беҙҙең Түбәнге Үтәш ауылында төҙөлә. Элек Үтәш ауылында бер түгел, ике мәсет булған. 1924 йылда уның манараһы алынып, клубҡа әйләндерелә. Әле элекке мәсеттең урынына яҡын ғына итеп яңынан төҙөй башланыҡ. Әлеге көндә иҙәнен эшләп бөтөп түбәһен һалалар. Ауыл халҡы бергәләп эшләй, барыһы ла ярҙам итергә тора. Исемен әлегә уйлайҙар әле. Мәсетте төҙөй башлар алдынан иң тәүҙә ауылдағы халыҡты йыйып, мосолман дини ойошмаһын төҙөнөләр, унда 11 кеше инә, һәр береһе үҙенең функцияһын башҡара. Унан ошо ойошманы юстиция министрлығында теркәнеләр. Артабан район рөхсәт бирҙе. Ерҙе законлы теркәргә кәрәк. Унан имам-хатибтар килеп, доға ҡылып, фатиха бирҙеләр. Мосолман халҡының дини мәҙәнилеге үҫергә тейеш, мәсеттәрҙең асылыуы был йәһәттән бик тә кәрәк. Мәсетте төҙөргә ярҙам иткән кешеләргә: яҡташыбыҙ, эшҡыуар Зөфәр Солтановҡа, Рәсәй Дәүләт Думаһя депутаты Марсель Йосоповҡа һәм  Диниә Назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәткә ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 
“Мәхәллә-Фатиха” дини ойошмаһы рәйесе Илдар хәҙрәт Миңлеәхмәтов. Кисә баш ҡалабыҙҙың Октябрь районында “Фатиха” мәсетенә нигеҙ һалынды. Белеүебеҙсә, ул Шәйехзада Бабич урамында буласаҡ. Кемдәрҙең тырышлығы менән төҙөлә был ғибәҙәтхана? 
Илдар хәҙрәт. Мәсеттәр электән бөгөнгө көнгә хәтлем халыҡ көсө менән һалынған. Бөтөн халыҡ үҙенең өлөшөн индерһә, үҙе өсөн сауап аласаҡ. Мәсетебеҙ “Фатиха” исемен ала. Ата-әсәйеңдең фатихаһын, Аллаһы тәғәләһенең фатихаһын, ризалығын ал, тигән мәғәнәлә исем бирелде. Тимәк, бер кеше ярҙам күрһәтһә, халыҡтың фатихаһы менән төҙөлгән  мәсет төҙөлөп бөткәндән һуң үҙенең фатихаһын халыҡҡа таратыр, бына шул күҙлектән “Фатиха” тип атаныҡ. Әлегә тиклем был өлөштә ҡала уртаһында мәсет булманы. Ошо районда йәшәгән халыҡ теләгенән сығып төҙөлә. Әле Шәйехзада Бабич урамында ваҡытлыса мәсет функцияһын үтәгән бина бар, унда муллалар сиратлап эшләйҙәр, килеп  хәйер–саҙаҡа иғәнәһен һалырға мөмкинлек бар. Мәсет һалыуҙа оло тырышлыҡ күрһәткәндәргә: онкология больницаһының баш табибы, депутат  Руслан Закир улы Закировҡа, генераль застройщик Руслан Дамир улына, мәсеттең проектын төҙөгән Гүзәл Юныс ҡыҙына Һәм дә барлыҡ ярҙам иткәндәргә, фатиха биргәндәргә ысын рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Киләсәк байрам менән, Мөбәрәк булһын Рамаҙан!
                 
 

Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа