"Һүҙ ҡөҙрәте, ижад асылы..." Талантлы режиссер Наилә Сәфәрғолова

"Һүҙ ҡөҙрәте, ижад асылы..." Талантлы режиссер Наилә Сәфәрғолова https://bash.news/yuldash/32976_huz-kezrete-izhad-asyly-talantly-rezhisser-naile-seferholova
25 июн, 05:42

                                   Илкәйемдә шундай апайҙар бар,

                                   Бар халҡымдың рухын күтәргән,

                                   Йәнкәйҙәрен тапап уҙһалар ҙа,

                                   Юғарыраҡ улар күптәрҙән.

 

                                   Илкәйемдә шундай апайҙар бар,

                                   Бәндәбикә ише һәр бере!

                                   Ус төбөндә генә йөрөтәйек,

                                   Ҡыҫҡа бит ул бәндә ғүмере!

               Танылған шағирә Зөлфиә Ханнанованың ошо шиғыр юлдары "ирҙәр күтәрмәҫлек йөк тартҡан" сая ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға арналған.  Шулар араһында талантлы режиссер Наилә Сәфәрғолова ла бар.  Ул - Стәрлебаш районы Шәкәр ауылында  тыуып үҫкән ябай ауыл ҡыҙы. Үҙе әйткәнсә,  «Өйөбөҙ ике тирәк араһынан урғылып сыҡҡан шишмә янында ғына ине. Шунда, шау-гөр килеп, атай-әсәйемдең йылы ҡосағында һигеҙ бала үҫтек», – тип хәтерләй ул. Уның күңел донъяһын әллә шул урғылып сыҡҡан саф шишмә һыуҙары байытты микән, Наилә Әбделхәй ҡыҙы тиҫтә-тиҫтә йылдар күҙгә күренмәгән ижад йөгөн тартып, «бар халҡымдың рухын күтәрә».  Уның күңелендә әленән-әле  яңы ижади проекттар барлыҡҡа килә тора  һәм тиҙ арала өлгөрөп етеп, халыҡ күңеленә һары майҙай яғыла… Уларҙың һәр береһен ҡарағандан һуң: «Бүләк иттең беҙгә йәшәү йәмен», – тип ҡолас йәйеп уға ҡаршы барам һәм ихлас күңелдән рәхмәттәремде еткерәм. Ошондай хис-тойғо кисергәндәр йөҙҙәрсә-меңдәрсәлер... (Әнисә Муллағолва)

Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна