Талпан энцефалиты сиренең әүҙемләшеүе.

Талпан энцефалиты сиренең әүҙемләшеүе. https://bash.news/yuldash/3297_talpan-encefality-sirenen-euzemlesheue
01 авг, 10:54

Вируслы талпандар ҡайһы төбәктәрҙә йышыраҡ күҙәтелә? Ниндәй лабораторияла бөжәктең хәүефле икәнлеген асыҡларға мөмкин? Ниндәй һөнәр эйәләренә энцефалиттан һаҡланыу өсөн прививкалар тәҡдим ителә? Ошо һәм башҡа һорауҙар – иғтибар үҙәгендә.
 
Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.
 
Беҙҙә ҡунаҡта Башҡорт Дәүләт Медицина Университетының диагностика лабораторияһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов.
 
Марсель Тойғонов. Талпандар көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Бөгөнгө көндә һауа торошоноң үҙгәреүе - май айында бик эҫе булыуы, йәй уртаһында һыуытыуы, талпан торошона баһа яһағандыр инде. Шуға күрә  талпан энцефалиты менән ауырыу бик актуаль. Әлбиттә талпандар беҙҙең тәбиғәттең бер йән эйәһе, улар экологик сылбырҙа әһәмиәткә эйә. Беҙҙең регионға килгәндә, талпандар эндемик зона булып тора. Улар үҙҙәре вирус менән зарарланалар, был вирус талпандың киләһе быуынында ла һаҡлана.  Шуға күрә талпандың  яҡынса 4-5%-ты  вирус менән зарарлы.
Күбеһенсә талпандар урманлы төбәктәрҙә – Бөрйән, Учалы, Белорет райондарында хәүеф тыуҙыра. Төньяҡ-көнсығыш та ла бик күп. Йылына йыл тап килмәй , талпандар ҙа үҙгәреп тора, шуға күрә уларҙың активлашыуы күҙәтелә, күбеһе зарарлы булыуынан кешегә хәүеф янай, был ауырыуға ҡаршы бөгөн вакцинация бар.  Рәсәй дәүләт думаһы  депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы әйтеп үтеүенсә, вакцинация бушлай үткәрелергә, дәүләт яғынан ҡаралырға тейеш. Вакциналарҙы Һаулыҡ һаҡлау министерствоһы  йыл да һатып ала. 2014 йылда 27 меңдән ашыу вакцина һатып алынды. Был вакциналарҙы квота буйынса һәр районға бүләләр. Дәүләт ярҙамында иммуноглобулин һатып алына. Зарарлы талпан эләктергән кешегә иммуноглобулин эшләргә тейештәр. Травмпункта санэпидемстанция  юлланма менән килһә, уға бушлай эшләнә. Быйыл 10 миллион һумға 19500 доза һатып алынды. Был вирус кешенән - кешегә күсмәй.
Талпан ҡаҙалған кәзә, һыйыр һөтөнән зарарланырға мөмкин. Был ваҡытта  һөттө  ҡайнатып эсергә кәрәк.  Зарарлы талпан ҡаҙалһа, 2-3 көндән симптомдар килеп сыға.  Баш ауырта, температура күтәрелә, һүрәнлек башлана, аппетит бөтә.  Һуң мөрәжәғәт иткәндә, инвалид ҡалыуҙары ихтимал. Был ауырыуҙың иң насары - мускулдарҙы хәрәкәткә килтерә торған хәрәкәт нейрондар һәләк була, ниндәй нейрон үлә, шул мускулдар  эшләмәй башлай.  Шуға был ауырыуҙы ныҡлап дауаларға кәрәк. 
Вирустан башҡа талпандар  Боррелиоз брелок Лайм ауырыуын да килтерә. Талпан тешләгәс, уның урынын алып ташлағандан һуң ҡысый, шул тирәләге лимфа төйөндәре шешеп сыға. Оҙаҡ бөтмәй тора. Кеше ауырығанын белмәҫкә лә мөмкин, сөнки ул үҙен яҡшы тоя. Был осраҡта беҙ нимә менән ауырығанын асыҡлайбыҙ. Боррелиоздың симптомдары шунда уҡ ваҡытта сыҡмай , һуңғараҡ организмда таралып баш мейеһенә күсә, ҡанды тикшереп диагноз ҡуйып була. Ул ауырыуҙар беҙҙең территорияла ла осрай. Табибтар энцефалит булмаһа, Боррелиоз ауырыуына тикшерәләр. Әлбиттә, талпандар ағаста ғына түгел, үлән, ҡыуаҡтарҙа ла булырға мөмкин. Лабороторияла беҙ талпандарҙы түгел, кешеләрҙе тикшерәбеҙ.  Ҡандарын алып, ошо сиргә ҡаршы иммуноглобулиндарҙы ҡарайбыҙ. Улар яңы килеп сыҡһа, “үткер осор” тигән диагноз ҡуябыҙ. Кеше вакцинация үткән икән йәки элек ошо ауырыу менән еңел формала сирләгән булһа, кешенең  ҡанында сағылыш таба. Талпан энцефалиты менән ауырып һауыҡҡан кешелә вирусҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә.  Беҙҙең лабороторияла талпан энцефалитына тикшеренеү 300 һум тора.
Талпан энцефалитынан һаҡланыу зарур. Тәбиғәткә сыҡҡанда манжетлы кейемдәр кейергә кәңәш ителә. Талпан ҡаҙалған хәлдә, организмдан дөрөҫ сығарырға кәрәк. Уның урынына май һөртөп, ярты сәғәт көтөргә, шунан талпан баш яғын бушатһа, тартып сығарырға була.
 
 
 

Минземимущество
26 мая