Продюсер

Продюсер https://bash.news/yuldash/33060_prodyuser

"Продюс"  инглиз теленән тәржемә иткәндә ЕТЕШТЕРЕҮ тигәнде аңлата. Продюсер күңел асыу өлкәһендә ижади, финанс, технология һәм башҡа процесстар менән етәкселек итеүсе кеше.

Был һөнәр эйәләрен беҙ музыка, театр, кино һәм телевидение бизнесында осратабыҙ. Улар йыш ҡына үҙҙәре эшләгән өлкәлә юғары белемгә эйә. Мәҫәлән, музыкаль продюсерҙың юғары музыкаль белеме, ә кино өлкәһендәгенең режиссер белеме булыуы мөмкин. Бынан тыш, ҡайһы бер вуздарҙа шоу-бизнес өлкәһендә эшләүсе менеджерҙар әҙерләүсе махсус факультеттар ҙа бар.

Тәү ҡарашҡа продюсер - хәҙерге заман һөнәре кеүек күренә. Әммә был һөнәр эйәһенең тәүге вәкилдәре 19 быуатта уҡ билдәле булған.

Тәүге продюсерҙар тип яңы театр идеяһының авторы Владимир Немировч-Данченко  һәм рус театр хеҙмәткәре , Парижда "Рус сезоны"н ойоштороусы Сергей Дягилев һанала. Шул ваҡыттан алып продюсерҙың төп бурыстары әллә ни үҙгәрмәгән.  

Был һөнәр эйәләренең бурыстарына килгәндә, ул эшләгән даирә менән бәйле. Тик ҡайһы өлкәлә генә эшләһә лә, продюсер проекттың финанс тәьмин ителешен тормошҡа ашыра.

Продюсерҙар бик бай кешеләр һәм бөтә эштәрен үҙҙәренең аҡсаһына башҡара тип уйлай күптәр. Был дөрөҫ түгел. Продюсер меценат түгел. Проекттың бюджетын ул спонсорҙар, реклама биреүселәр, дисктар һатыу һәм гастролдәр иҫәбенә ҡарап төҙөй.

Проекттар  өҫтөндә эшләүселәрҙе һайлау - продюсерҙың икенсе бурысы. Проектта ҡатнашасаҡ йырсыларҙы, коллективтарҙы, бейеүселәрҙе, музыканттарҙы, йыр авторҙарын ул эҙләй.

Продюсер шулай уҡ техник персоналды ла һайлай: операторҙарҙы, режиссерҙарҙы, монтаж буйынса белгестәрҙе, стилистарҙы һ.б. Артабан съемкалар ойоштора, PR-компанияға старт бирә, дисктар һатыуҙы, гастролдәрҙе планлаштыра.  Былар барыһы ла продюсерҙың төп бурыстарына инә.

Был һөнәр эйәһенә ниндәй сифаттар кәрәк? Беренсенән,  ул идеялар генераторы. Уға стандарт булмаған фекерләү, креативлыҡ  хас булырға тейеш. Был сифаттарҙан тыш ул үҙенең буласаҡ проектын уйлап сығара алмаясаҡ. Шулай уҡ продюсерға яҡшы интуиция кәрәк. Теге йәки был проекттың, йә артистың, төркөмдөң популяр була аласағын алдан күрә, һиҙә белергә тейеш. Тағы ла лидерлыҡ, пунктуаллек, кеше менән яҡшы аралаша белеү, йәғни беҙ быны коммуникабеллек тибеҙ, ойоштороу һәләте, стрессҡа ҡаршы тороу  кеүек сифаттар кәрәк.

Ә беҙгә продюсер  һөнәренең бөтә нескәлектәрен ошо һөнәр эйәһе генә һөйләп, аңлатып бирәсәк!

"Һөнәрмән фекере"ндә Рәзилә Салауатованы тыңлайбыҙ!