"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе https://bash.news/yuldash/33188_ural-batyr-eposyn-yattan-hejleuselerzen-respublika-bejgehe
05 июл, 10:28

"Урал батыр" эпосын йәш башҡарыусыларҙың республика бәйгеһе тураһында Башҡортостанда ишетмәгән-белмәгән кеше һирәктер. Быйыл ул тағы ла Бөрйән ерендә, инде 20-се тапҡыр үткәрелде. Бәйгелә йылдағыса Башҡортостандың төрлө төбәктәренән халыҡ ижадына мөкиббән киткән, халҡыбыҙ тарихына битараф булмаған ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашты. 

Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе
Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе

Беҙ үҙебеҙҙең тапшырыуҙарҙа бәйгелә ҡатнашыусылар, еңеүселәр, балаларҙы конкурсҡа әҙерләүсе етәкселәр менән йыл һайын осрашыуҙар ойоштороп торабыҙ. Бөгөн дә беҙҙең студияла "Урал батыр" эпосын йәш башҡарыусыларҙың республика бәйгеһендә ҡатнашыусылар: бәйгенең Гран-при хужаһы Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Хәйбулла ҡыҙы Гөлсәсәк Шәрипова; 1-се урын яулаусы, ошо уҡ гимназияның 6 класс уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова һәм уларҙың етәксеһе, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова. (4 июль тура эфирынан яҙма.)

 

Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд