Салауат ҡалаһында август кәңәшмәһе үтә.

Салауат ҡалаһында август кәңәшмәһе үтә. https://bash.news/yuldash/3318_salauat-kalahynda-avgust-keneshmehe-ute
08 авг, 09:05

Башҡортостандың мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйыла. Иртәгә Салауат ҡалаһында уҡытыусыларҙың  август кәңәшмәһе үтә. Август кәңәшмәһе – педагогтар өсөн традицияға әйләнгән йыйын.
Тапшырыу авторы – Зөһрә Арсаева.
Студия ҡунағы: Республика мәғариф министры Әлфис Суфиян улы Ғаязов.
Әлфис Ғаязов. Август кәңәшмәһе яңы уҡыу йылын асып ебәрә торған һөйләшеү. Райондарҙа, ҡалаларҙа ул һуңғараҡ үткәрелә. Республика кимәлендә бирелгән бурыстар, һорауҙар мотлаҡ рәүештә ҡабатлана. Билдәле буйынса, мәғариф системаһында модернизация процесы бара. Был процесс уҡытыу-уҡыу эшенең сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Ошо сифатты күтәреү мәктәп системаһына ғына түгел, ә профессиональ белем биреү системаһына ла  ҡағыла. Салауат ҡалаһында үтәсәк кәңәшмәлә балаларға тәрбиә биреү өлкәһендә буласаҡ яңылыҡтар тураһында әйтеләсәк. Бөгөнгө көндә беҙҙең тәрбиә биреү системаһы аҡһай. Белем һәм тәрбиә бер юлы бирелергә тейеш. Был өлкәлә үҙебеҙгә күп бурыстар ҡуйҙыҡ: патриотик, интернациональ  тәрбиә биреү. Милли һәм интернациональ тәрбиә  бер юҫыҡта алып барылырға тейеш. Барлығы унда 6 дискуссион майҙансыҡтар эшләйәсәк. Пленар өлөшөндә майҙансыҡтарҙа әйтелгән һүҙҙәр сағылышын табыр, тип уйлайбыҙ. Кәңәшмәнең продуктив үтеүенә өмөт итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа  ҙур ҡалаларҙың тәжрибәһен күрһәтергә тырышабыҙ. Салауат ҡалаһы балалар баҡсаһына урынлаштырыу буйынса алдынғы урында килә. Шулай уҡ матур эшләүсе мәктәптәр, гимназия, лицейҙар бар. Гимназия, мәҫәлән, берҙәм эшләүсе коллективы, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һәм алға барыусы уҡыусылар  менән айырылып тора. Күп профилле гимназия топ-500 эсенә ингән.  Шуға ла быйылғы август кәңәшмәһен Салауат ҡалаһында үткәрергә булдыҡ.
Быйыл мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса талаптар бер аҙ үҙгәрҙе. Санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр, янғын хәүефһеҙлеге  буйынса әҙерлек икенсе төрлө буласаҡ. Талаптарға ярашлы булмаһа, мәктәп ишектәре асылмаясаҡ.  Райондар был өлкәлә әүҙем эшләй. Быйыл беренсе класҡа 46 мең бала киләсәк. Был һан, үткән йыл менән сағыштырғанда, 1 меңгә артҡан. Мәктәптәрҙә уҡытыусы ир-егеттәр бик аҙ. Элек түбән хеҙмәт хаҡы менән бәйле ине. Был мәсьәлә хәл ителде. Хәҙерге көндә уртаса эш хаҡы 23  мең һум. Шуға беҙ уҡытыусы ир-егеттәр килер, тигән ышаныста торабыҙ. Уҡытыусы эше ихтирамлы һәм төшөмлө һөнәр.  

Свадьба наизнанку
26 мая