Физкультура һәм спорт.

Физкультура һәм спорт. https://bash.news/yuldash/3323_fizkultura-hem-sport
08 авг, 21:07

Физкультура һәм спорт тәнде генә түгел, рухты ла нығыта, маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡышмалы булырға өйрәтә, ҡыйыулыҡты арттыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй.
Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева.
Студия ҡунаҡтары: Спортса атлау буйынса  9 тапҡыр донъя чемпионы Әғлә Кучумов һәм Өфө  ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе  Артур Әлибәков.
Әғлә Кучумов. Физик мәҙәниәткә өйрәтмәй тороп, халыҡтың һаулығын яҡшыртыу мөмкин түгел. Кеше дөрөҫ туҡланһа һәм хәрәкәт итһә, физик яҡтан сәләмәт була. Райондарҙа, ҡала еренә ҡарағанда, спорт төрҙәре әҙерәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала спортса атлау төрө  үҫешмәгән. Минең оло йәшемә ҡарамаҫтан, һаман да ярыштарҙа әүҙем ҡатнашам.  Ветерандар араһында был спорт төрө бик актуаль. Йәштәр спортса атлау төрө менән  ҡыҙыҡһынмауы бик ҡыҙғаныс. Спорттан башҡа, мин Ислам университетында уҡып йөрөйөм, хажға барырға йыйынам. Кеше физик яҡтан үҙ өҫтөндә эшләй икән, ныҡлы, көслө була. Бәлиғ йәшенә еткәс, үҙенә маҡсат ҡуя белергә тейеш. Маҡсатһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош.
Артур Әлибәков. Һуңғы йылдарҙа спорт менән шөғөлләнеү республикала ҙур ынтылыш алды. Сәләмәт тормош алып барыу модаға инеп китте. Кеше үҙенең һаулығы тураһында төптәнерәк уйлана башланы. Күптән түгел Киров районында ике-өс фитнес-клуб барлыҡҡа килде. Тимәк, халыҡтың ихтыяжы бар.
Мәктәптә физкультура тигән төшөнсәне тик дәрес тип кенә аңлайҙар, ә уйлап ҡараһаҡ, киң мәғәнәгә эйә. Ул үҙ эсенә эстетиканы ла, этиканы, шул уҡ ваҡытта гигиенаны ла ала. Мәктәптәрҙә, урта белем биреү йорттарында  физкультура уҡытыусыларына ҙур эш алып барырға кәрәк. Тәүҙә балаларҙың һаулығын тикшертеү мөһим. Уҡыусылар, студенттар менән физик яҡты нығытыу өсөн күп саралар үткәрелә. Ә бына йәш белгестәр, урта йәштәгеләр һәм пенсионерҙар  йыш осраҡта иғтибарһыҙ ҡала.  Шуға беҙ улар менән төптәнерәк эшләргә булдыҡ. Йыл әйләнәһенә  ойошмалар араһында спартакиада булып тора. 25-тән артыҡ ойошма ҡатнаша. Заманса спорт төрҙәрен булдырыу эшсәндәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Пенсионерҙар араһында ла  спартакиада үтте. Улар сараларҙа  актив ҡатнашты. Физик культура менән шөғөлләнеүҙе арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әммә хөкүмәт органдарына ғына һалыныу дөрөҫ булмай. Балаларҙың һаулығын нығытырға теләйбеҙ икән, ғаиләнән башларға кәрәк. Дөрөҫ, төплө тәрбиә, физик яҡты ныҡ булыу ғаиләнән килә. Баланың үҫешенә тейешле кимәлдә иғтибар булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына милләтебеҙ һау буласаҡ. 

Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа