Рәсәйгә ҡарата санкциялар мәсьәләһе.

Рәсәйгә ҡарата санкциялар мәсьәләһе. https://bash.news/yuldash/3327_resejge-karata-sankciyalar-meselehe
12 авг, 09:10

7-се августан Рәсәй Европа Союзына ҡараған дәүләттәрҙән: Америка Ҡушма Штаттары, Австралия, Канада һәм Норвегиянан һыйыр, сусҡа, ҡош ите, балыҡ, һөт, сыр, йәшелсә-емеш индереүҙе тыйҙы.  

Рәсәйгә ҡарата санкциялар мәсьәләһе.
Рәсәйгә ҡарата санкциялар мәсьәләһе.


Был саралар хаҡтар артыуға килтермәҫме? Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаҫмы? Импортты алмаштыр өсөн продукция етерме? Ошо һорауҙар – иғтибар үҙәгендә.
Тапшырыу авторы – Зөһрә Арсаева.
Студия ҡунағы: Башҡортостандың фермерҙар берлеге рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиев.
Зифҡәт  Сәйетғәлиев. Беҙҙең хөкүмәт бер нисә ай буйы Европа илдәренең иҡтисады, сәйәсәтенә ҡағылған эмбарго ҡабул итмәне. Хәҙер Рәсәйгә йыл дауамында атап үтелгән илдәрҙән ит, балыҡ, һөт һәм һөт продукттары, йәшелсә-емеш индереү тыйыла. Һөҙөмтәһен әле асыҡ ҡына әйтеп булмай. Хөкүмәт мәсьәләне ошондай формала сисеүен хуп күрәм.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит ил продукцияһын алмаштырып балаларға тәҡдим итергә үҙебеҙҙең продукция юҡ. Был эште яңынан башларға кәрәк. Хөкүмәт импортты тыймаһа, башҡа илдәрҙән алырға мәжбүр.
Беҙҙең бөтә банктар баҙар иҡтисадында эшләй. Төп банктарыбыҙҙың береһе -  ауыл хужалығы банкы.  Башҡа банктарға ҡарағанда, кредиттың проценты түбәнерәк. Орлоҡтар, ашламалар, мал аҙығы һатып алһаҡ, 10,75 % менән бирә. Ул - коммерция банкы. Башҡа банкттар ҙур проценттар алып байый, ә ауыл хужалығы банкы, киреһенсә, ярлылана бара. Ошо айырманы ҡаплар өсөн үткән йылды хөкүмәттән алтмыш миллиард аҡса һораны. Уға утыҙ миллард бирелде. Бөгөнгө көндә йөҙ миллиард һорай. Дәүләт банкы булараҡ, башҡа илдәрҙән осһоҙло кредит алыу юлы ябылды. Мин шуға еңел генә кредит, Мәскәүҙән күп аҡса килер тимәйем. Хөкүмәттең бурыстары күп. Ауыл хужалығынан башҡа ла эштәре байтаҡ. Илдең ҡурғауылын  нығытырға кәрәк. Ҡулдан килгәнде, эшләргә тейешбеҙ. Бының өсөн тырышып, үҙебеҙгә таянып эшләү мөһим. Хөкүмәт был мәсьәләне хәл итеп, халҡыбыҙҙы уятыр, тип ышанам. Беҙ башҡа илдәрҙән продукттар алдыра алмай алмайбыҙ. Беҙҙең илдә етештерелгән продукцияның сифаты күпкә яҡшыраҡ. Ҡош ите менән тулыһынса үҙебеҙҙең халыҡты тәьмин итәбеҙ. Ә һыйыр итен башҡа илдәрҙән һатып алабыҙ. Европала һәм Америкала итле һыйырҙар күберәк. Рәсәйҙә улар 5 % тәшкил итә. Хөкүмәттең күп программалары бар, әммә беҙҙең халыҡ ит һәм һөт һыйырҙарының итен бер хаҡ  менән алырға өмөтләнә. Был отошһоҙ була. Бөгөнгө көндә хәл ителәһе мәсьәләләр күп.  Киләсәккә өмөт менән ҡарарға кәрәк.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна