Ауыр холоҡло балалар.

Ауыр холоҡло балалар. https://bash.news/yuldash/3347_auyr-holoklo-balalar
16 авг, 11:15

Сабый донъяға килгәндә, ата-әсәһе, туғандары уға сәләмәтлек, бәхет, яҡшы кеше булып үҫеүен теләй. Бала саҡта теләгән теләктәр ысынбарлыҡҡа тура килә. Мәҫәлән, бер бала ла аңлы рәүештә енәйәт ҡылмай. Бергә уйнаған саҡта ҡыҙҙарҙың сәсен тартыуҙы һәр малайҙың шуҡлығы тип баһаларға була. Мәңгелек һорау: ауыр холоҡло үҫмерҙәр ҡайҙан хасил була? Ниңә енәйәтселек йәшәрә?
Тапшырыу авторы – Бәйтулла Фәтҡуллин.
Студия ҡунаҡтары - Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылындағы ауыр холоҡло балалар өсөн үҙәк директоры Илһам Хафизов һәм Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте белгесе Рәйлә Сабитова.
Илһам Хафизов. Башкортостан республикаһының һәр районында, ҡалаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия бар. Улар менән һәр саҡ бәйләнештә торабыҙ. Был комиссия ҡарары менән ауыр тормош ваҡиғаларына тарыған балалар беҙгә йүнәлтелә. Беҙҙең үҙәк  2012 йылда ғына асылды. Тәрбиә, реабилитация төрлө йүнәлештә ҡоролған. Беренсе йүнәлеш - медицина. Бала килгәс тә, медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшерелә. Ауырыуҙары билдәләнә. Икенсе йүнәлеш – психолог. Психологтар һәр береһен тикшергәндән һуң, уға реабилитация һәм төҙәтеү программаһын төҙөй. Артабан - педагогик йүнәлеш. Һәр бала өҫтәмә белем биреү педагогтары менән эшләй. Ауыр холоҡло балалар буш ваҡыттарында бер ҡайҙа ла йәлеп ителмәүҙәре арҡаһында ауыр хәлдәргә тарый. Беҙгә психотропик, токсин матдәләр ҡулланыусы, һыра эсеүсе, социаль яҡтан имен булмағандар, етерлек тәьмин ителмәгән ғаиләнән балалар ҡабул ителә. Реабилитация, төҙәтеү эштәре 45 көндән алып бер йылға тиклем дауам итә. Был үҙәк бер юлы 25 бала ҡабул итә ала. Балалар үҙҙәренең йәки ата-әсәләрҙең теләге, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссиялар ҡарары буйынса йүнәлтелә. Мәктәптә ошондай баланы мотлаҡ рәүештә спорт секцияларына йәки төрлө түңәрәккә йәлеп итәләр. Үҙәктә балалар хеҙмәт менән дә тәрбиәләнә. Бөгөнгө көндә бында өс психолог, ике социаль педагог һәм бер психиатр эшләй. Баланың эске торошо, уй-хистәре менән эшләйҙәр. Уларҙың маҡсаты - үҫмерҙең был тормошҡа ҡарашын үҙгәртеү. Бөтәбеҙгә лә уларҙы дөрөҫ юлға сығарырға тырышырға кәрәк.
Рәйлә Сабитова. Ауыр холоҡло балалар күберәк тулы булмаған, ата-әсәһе эскелеккә бирелгән йәки, киреһенсә, көнө-төнө эшләп, балаларына иғтибар бирмәгән осраҡта, ошондай ғаиләләрҙә үҫә. Был балалар мәктәптә дәрестәрен ҡалдырып, алдашып, урлашып, өйҙән сығып киткән саҡтар ҙа осрай. Енәйәт ҡылған балаларҙы комиссия һәм полиция иҫәбенә алабыҙ. Иҫәпкә бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы йәки суд ҡарары нигеҙендә ҡуялар. Тәртип боҙғандан һуң ата-әсәһе менән комиссияға саҡыралар. Шәхси профилактик эш алып барғандан һуң,  комиссия менән ҡарар ҡабул итәләр. Иң тәүҙә иҫкәртеү эштәре алып барыла. Бер тапҡыр тәртип боҙғандан ғына ҡуймайбыҙ. Балаға аңлатыу эштәре алып барыла. Төрлө рейдтар үткәрәбеҙ. Балаларға иҫерткес эсемлектәр һатмаһындар өсөн ҙур штрафтар ҡаралған. Был үҙенең һөҙөмтәләрен бирәлер, тип уйлайым. Ауыр енәйәт ҡылмағандар икән, махсус мәктәптәр ҙә бар. Мәҫәлән, Серофимда малайҙар өсөн мәктәп, Ишимбайҙа ҡыҙҙар өсөн училище бар. Минеңсә, тәүҙә ошондай юл менән барырға кәрәк. Бағыуһыҙлыҡ һәм тәртип боҙоу профилактикаһы буйынса саралар йәйге көндәрҙә лә күренә. Йәй көнөндә балалар иғтибарһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш. Беҙҙә иҫәптә торған малайҙар“Заря” тигән хәрби-патриотик сборға, ҡыҙҙар “Юлдаш” йәйге лагерына ебәрелә. Лагерҙар эштәре күҙәтеп барыла. 

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа