"Айыҡ ауыл" конкурсы.

"Айыҡ ауыл" конкурсы. https://bash.news/yuldash/3361_ajyk-auyl-konkursy
20 авг, 08:54

Башҡортостандың 161 төбәге "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән. Ярышҡа ҡушылыусылар йылдан-йыл арта бара. Быйыл Башҡортостандың ҡайһы райондары һәм ауылдары айыҡлыҡ өсөн көрәш иғлан иткән? Еңеүселәр ниндәй номинациялар буйынса һайланасаҡ? Проекты хуплаусылар хәмер ҡулланыуҙы кәметеүҙә йәмғиәт һәм дәүләт көсөн берләштереүгә ирешерме? Ошо һорауҙар – иғтибар үҙәгендә.
Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева.
Студия ҡунағы: "Айыҡ Башҡортостан" төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше  Марат Абдуллин.
Марат Абдуллин. Быйыл 161 төбәк конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был һандар ысынбарлыҡҡа тап килә. Конкурсты күптәр көтөп алды. Райондарҙа күп йөрөнөк. Ауыл халҡы менән осраштыҡ. Бындай саралар  күптән кәрәк ине, тигән фекерҙәр ишетелде. Тәүҙә күп райондар ситтән тороп күҙәтеп кенә торҙо, шулай ҙа аҡрынлап ҡушылып киттеләр. Тәүге йылдарҙа, күбеһенсә, Урал аръяғы райондары ҡатнашты. Быйыл иһә төньяҡ-көнбайыш райондары ла әүҙемлек күрһәтте.  “Айыҡ ауыл” конкурсын халыҡ бәйгеһе, тип әйтә алабыҙ. Сөнки ул халыҡ һорауы буйынса ойошторолдо. Башта был конкурс халыҡ көсө менән ғәмәлгә ашырылды. Дәүләт, телевидение, радио тарафынан хупланды. Былтырғы йылда хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡалаларҙы ла ҡатнаштырып ҡарайыҡ, тигән тәҡдим яһаны. Сибай, Күмертау ҡалалары ла ҡатнашырға йөрьәт иттеләр. Уларҙан тәжрибә алып, икенсе йылға, бәлки, киңерәк форматҡа үҙгәртелер. Исеме шундай ҡалыу мотлаҡ. Конкурстың ойоштороу комитетына прокуратура, полиция хеҙмәткәрҙәрен дә индерергә, тигән уй бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, министрҙар менән бәйләнеш булдырылманы. Положениеға килгәндә, яңылыҡтар индерелмәне. Тик тағы ла ике номинация билдәләнде. Элек булған номинацияларҙы киңерәк һәм уртаға бүлеү рәүешендә барлыҡҡа килде. Тәүге тапҡыр булдырғанда һәр береһен тикшереп анализланыҡ. Беҙҙең тәжрибә уны тағы ла яҡшыраҡ, ҡәтғи яҡҡа үҙгәртеү кәрәген күрһәтте. Йыл башында закон ҡабул итеү өҫтөндә эшләнек. Конкурс барышында ул ҡабул ителер, тип ышанабыҙ. Финалға үткән ауылдар ҡоро закон ҡабул итергә тейеш булалар. Шул ауылдарҙа кибет кәштәләрендә һыра һатыу тыйыла. Талаптар, критерийҙар шул уҡ ҡалды.  Ҡатнашҡан ауылда хәмер һатылмаҫҡа, дауамлы рәүештә аңлатыу, пропаганда эше алып барылырға тейеш. Ауыл ерлегендә ғаиләләрҙең  алға йәки артҡа китеүҙәрен баһалайбыҙ. Еңеүсе ауылдарға  артабан хөкүмәт тарафынан  күпмелер кимәлдә ыңғай эштәрен тағы ла киңәйтеү өсөн ярҙам итәсәкбеҙ. 20 август Өфөлә М.Ғафури исемендәге драма театрында семинар үтәсәк. 161 ауыл вәкилдәрен саҡырып аңлатабыҙ. Конкурсты яҡшыртыу ысулдарын ҡарайбыҙ. Тәүге йылдарҙа бер төркөм йәштәр республиканың төрлө ҡалаларына, райондарына йыйылышып  “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен булдырып, маҡсаттар ҡуялар икән, тимәк, йәмғиәт менән дәүләт  берҙән-бер эшләй, тип әйтергә була. Етешһеҙлектәр, уңыштар ҙа күп. Октябрь аҙағында - ноябрь башында рәсми рәүештә еңеүселәр билдәләнәсәк.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий