Башҡортостан бренды-бал.

Башҡортостан бренды-бал. https://bash.news/yuldash/3364_bashkortostan-brendy-bal
21 авг, 08:35

Шифалы ризыҡ булған бал төрлө диндәрҙең изге китаптарында телгә алына. "Бал ҡорттары сәскәләрҙән йыйған шифа кешеләргә дауа бирә"- тиелә Ҡөрьәндең бер сүрәһендәге аятта (16, 69). Фольклорҙа ла ныҡлы урын алған. "Ауыҙыңа бал да май", "Бала балдан да татлы" тигән әйтемдәр барыбыҙға ла киң билдәле.  
Тапшырыуҙа башҡорт балы, умартасылыҡты үҫтереү, унан табыш алыу, ахыр килеп Рәсәй баҙарында урын яулау кеүек темалар күтәрелер.
Тапшырыу авторы: Бәйтулла Фәтҡуллин.
Студия ҡунағы:  Башҡортостан апитерапия һәм умартасылыҡ ғилми- тикшеренеү үҙәге етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов.
Әмир Ишемғолов. 22 август Ғафури районында 14-се умартасылар, 8-се уҡыусы балалар республика конкурсы үтәсәк. Быйыл программаға үҙгәрештәр индерелде. Һәр умартасы үҙенең балын килтерергә тейеш. Уның сифатын тикшереп, тейешле баһа бирелә. Умартасыларға ике тапҡыр күберәк практик дәрестәр ҡуйылды. Һәр береһе махсус кейемдә буласаҡ. Байрам күркәм, матур булыуына ышанабыҙ. Сара мәктәптә, төрлө быуын кешеләре араһында пропаганда  үткәреү һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторола. 2001-2003  йылдарҙа республика күләмендә ғилми эштәр  башҡарып сығарҙыҡ. Китаптар баҫтырҙыҡ. Республика ярты миллионға тиклем бал бирә ала. Үрсетеү йүнәлешендә етди эш алып барыла. Уларҙы 6 районда үрсетәбеҙ. Бөрйән районының Асҡар  ауылында умарталар барлыҡҡа килде. Шунда инә сығарыу лабороторияһында француз йыһаздары ярҙамында эшләйбеҙ. Беҙҙең лозунг: "Башҡорт ҡорто - Бөрйән ҡорто". Башҡорт ҡорто Германия, Монголия, Казағстан илдәренә һатыла. Монголияның ауыл хужалығы үткәргән  һатыуҙа еңеп сыҡтыҡ. Сентябрь айында  800 умарта ҡортон Монголияға оҙатабыҙ. Иҡтисадҡа килгәндә, ҡорт һатыу 50 %  тәшкил итә. Рәсәй, донъя күләмендә башҡорт ҡорто иғтибарға лайыҡ. Төркиәнең балын алып тикшереп ҡараныҡ. Тәбиғи сифат һаны  10 тиҫтә булды. Америкала - 0. Башҡортостанда иһә был һан 56-ға етә. Беҙҙә етештерелгән балдың 10% ситкә китә. Башҡаһы Рәсәй төбәктәренә ебәрелә. Сит илгә ебәргәнсе, Рәсәйҙә һатыу отошлораҡ.  Балды ике йыл ҡулланырға мөмкин. Былтыр балдың сифаты бик юғары булды. Әле халыҡтан күберәк һатып алып, сауҙа селтәрҙәренә һатыу өҫтөндә эшләйбеҙ.  Түбән хаҡҡа, сифатһыҙ бал һатыу көндән-көн арта. Ысын балдың һеркәһе булырға тейеш.  Белгән кешенән генә бал алырға кәрәк.  Беренсе айыртҡан бал иң юғары сифатлы. Һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Уның сифатын тик лаборотория ысулы менән тикшерергә була. Бөгөн Рәсәй бал етештереү буйынса тәүге 10 ил араһына ингән. Беҙҙең урын донъя кимәлендә насар түгел.

Здоровье и долголетия
Минземимущество