Һөт фестивале”.

Һөт фестивале”. https://bash.news/yuldash/3399_het-festivale
30 авг, 00:13

Өфөлә 4-се тапҡыр Бөтә Рәсәй "Һөт иле" фестивале үтә. Ул республикала етештерелгән һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙы пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Һөт етештереүселәрҙең “Һөт Союзы” милли берлеге рәйесе Андрей Даниленко әйтеүенсә, Һөт фестивале бөтә донъяла ошо эсемлеккә арналған иң ҙур сара иҫәпләнә. Бөтә Рәсәй фестивалендә Башҡортостандың 27 алдынғы компанияһы үҙе сығарған продукцияны тәҡдим итәсәк.
Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева.
"Яңауыл һөт заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Рәмзил Низаметдинов: 
 
- Беҙ был фестивалдә өсөнсө тапҡыр ҡатнашабыҙ. 2007 йылда тыуған яғымда, Борай районында,  хужалыҡ булдырып ебәрҙек, Германия, Голланидияла булып, ундағы фермерлыҡ эше менән танышып, уларҙың тәжрибәһенә таянырға тырыштыҡ. Һәм, ниһайәт, Голландия менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, ундағы белгестәр беҙгә килеп, эш башларға булышлыҡ итте.
Бөгөнгө көндә  дүрт хужалығыбыҙ бар. Улар Борай, Ҡалтасы райондарында һәм икеһе - Яңауылда. 500 баш һыйырҙы ни бары ике һауынсы хеҙмәтләндерә,  бар эш техника ярҙамында башҡарыла. Агрохолдингта барлығы 400 кеше эшләй, бушлай төшкө һәм киске аш ойошторолған. Хеҙмәт Кодексын боҙмай, эш яратҡан кешеләрҙән генә торған коллектив тупланған. Иртә-кис һауылған һөттәрҙе 6-8 градусҡа тиклем һыуытып, заводҡа оҙатабыҙ. Һөт заводҡа килеп инеү менән фильтр аша үткәрелеп, продукция әҙерләүгә оҙатыла. Заводта егермегә яҡын төрлө продукция иҫәпләнә. Көн дә 1 тонна сифатлы, үҙебеҙҙең технологияға таянған тәмле май етештерелә. 1 литрлыҡ, ярты литрлыҡ, балалар баҡсалары өсөн витаминлы һөттәр, бик күп төрлө эремсектәр эшләйбеҙ. Беҙ бала саҡтан яратып ашаған ҡыҙыл эремсек әҙерләнә. Был айырыуса ҙур тырышлыҡ талап итә, сөнки һөттө дүрт сәғәт ҡайнатырға кәрәк. Беҙҙең завод көндә 30 тонна һөт етештерә. Таңғы дүрттә Өфө, Борай, Ҡалтасы, Дүртөйлө һәм үҙебеҙгә яҡын төбәктәргә һатыуға оҙатыла. 15 тоннаһы баш ҡалаға тәғәйенләнә. Һәр продукцияла "Яңауыл" һүҙе бар.
Әле урып-йыйыу эштәре бара. Техникаларға килгәндә, беҙҙең машина-техник парк заман талаптарына тап килә. Туҡтауһыҙ барған яуым-төшөмдәр, әлбиттә, ҡамасауламай ҡалмай. "500 ферма" программалары, сит илдән һөт индермәҫкә тигән ҡарарҙар беҙҙең тармаҡҡа үҫеш бирер, тигән уйҙабыҙ. Был, үҙ йәһәтендә, киләсәктә халыҡҡа эш урындары арттырыу мөмкинлеге лә бирер тип уйлайбыҙ.
2007 йылда был эште башлап ебәргәндә, иптәштәрем араһында отормо, отолормо, тигән кеүек икеләнеүҙәр ҙә булды. Һалымды ваҡытыңда түләһәң, эшеңде ойошҡан рәүештә алып барып, етештерелгән продукцияңды һатып, килем алһаң, йәшәргә була. Ауыл хужалығына эшкә барыуҙан ҡурҡырға ярамай, сөнки киләсәк үҙебеҙҙең ҡулда.
Бөтә Рәсәй "Һөт иле" фестиваленә килеп, беҙҙең заводтың продукцияһы менән танышыуҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Банер уфимская волна