Рөстәм Хәмитов: "Бюджетты тәьмин итеү буйынса Башҡортостан 60-сы урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде"

Рөстәм Хәмитов: "Бюджетты тәьмин итеү буйынса Башҡортостан 60-сы урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде" https://bash.news/yuldash/34178_restem-hemitov-byudzhetty-temin-iteu-bujynsa-bashkortostan-60-sy-uryndan-ikense-backyska-kuterelde

Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрселәре үтеп барған аҙнаға байҡау яһай. Шулай итеп, бөгөнгө тапшырыуҙа:  

Рөстәм Хәмитов Бюджетты тәьмин итеү буйынса Башҡортостан 60-сы урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде
Рөстәм Хәмитов Бюджетты тәьмин итеү буйынса Башҡортостан 60-сы урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде

- Алтмышынсы урындан икенсегә. Башҡортостан бюджетҡа килем буйынса төбәктәр рейтингында икенсе баҫҡысҡа күтәрелде;

- Америка санкциялары һумды нығытырмы?

- Һөтлө малсылыҡта ниндәй мәсьәләләр бар?

- Һеҙҙе терапевт көтә! Рәсәйҙә диспансерлаштырыу бара.

- Халыҡ дәүләт йыйылышы депутаттарына ниндәй өмөт бағлай?

Бюджетты тәьмин итеү буйынса Башҡортостан 60-сы урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Был турала Рөстәм Хәмитов республиканың ярты йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә арналған Хөкүмәт ултырышында белдерҙе. 

"Обеспечена сбалансированность бюджета, укрепляется налоговый потенциал. За первое полугодие в бюджет поступило более 114 млрд рублей доходов. Это на 21 млрд рублей больше, чем в прошлом году. Это один из самых высоких темпов роста в стране. В рейтинге регионов по этому показателю мы за год поднялись с 60-х позиций на второе место в стране".

Муниципаль берәмектәрҙә социаль объекттар төҙөү, инфраструктураны яҡшыртыу мөмкинлеге арта. Республика Башлығы ябайлаштырылған система буйынса йыйылған һалымдың бер өлөшөн төбәктәрҙә ҡалдырырға тәҡдим итте.

 

"При этом выросла нагрузка на местные бюджеты. Предлагаю для поддержки муниципалитетов дополнительно передать 40 процентов поступлений от налога, взимаемого по упрощённой системе, в бюджеты городских округов. Это даст им ещё не менее 1,7 млрд рублей дохода, в том числе по Уфе это увеличение составит 1,4 млрд рублей. Соответствующий проект закона осенью будет внесён в Государственное Собрание - Курултай Республики Башкортостан".

 

 

GAUGA