Эшҡыуарлыҡ проблемалары.

Эшҡыуарлыҡ проблемалары. https://bash.news/yuldash/3523_eshkyuarlyk-problemalary
30 сен, 09:18

Иҡтисадтың нигеҙе, уның киләсәге тип йөрөткән тармаҡ – эшҡыуарлыҡ. Уның урта йәки кесе формалары нисек үҫеш ала, ғөмүмән, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге яңылыҡтар.
 
Тапшырыу авторы: Бәйтулла Фәтҡуллин.
Ҡунаҡтар: Башҡортостан эшҡыуарҙар буйынса вәкиленең баш консультанты, матбуғат секретары Айрат Искәндәров, Ҡыйғы районынан вәкилдең ярҙамсыһы, эшҡыуар  Владик Закиров.
 
Айрат Искәндәров. 2012 йылда Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре араһында беренселәрҙән эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты булдырылды, төбәк республика законы ҡабул ителде. Йәмәғәт башланғысында үҙенең ярҙамсылары тәғәйенләнде.  Уларҙың эше – ҡала,  райондарҙа эшҡыуарҙарға юридик консультациялар, һорауҙарына яуаптар  биреү, килеп тыуған проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләү. Уҙған йылда 128 мең эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлде. Был, әлбиттә, 2012  йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ.
90-сы йылдарҙа, СССР тарҡалғас, илдең милкен таратыу башланды. Административ барьерҙар ул заманда бик кәрәк ине. Бөгөн беҙ икенсе заманда йәшәйбеҙ. Административ барьерҙар ыңғай күренештән кире күренешкә әйләнде. Эшҡыуар эшен башлар, ер алыр өсөн мөрәжәғәт иткәндә төрлө документтар таптыралар. Справкалар, уларҙың күсермәһен һорайҙар, кеше уның артынан йөрөп аҡсаһын да, ваҡытын да юғалта һәм ҡул һелтәп ҡуя.
Тыңлаусыларға шуны әйтер инем, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эргәһендә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләй, һорауҙарығыҙ  бар икән, түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә була:  Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 –сы йорт. Телефон һандары: 280-85-41. 
Эшҡыуарлыҡ – бик ҙур өлкә. Федераль кимәлдә лә, региональ кимәлдә лә ошо өлкәне көйләүсе ҡануниәт бар, хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән.
Владик Закиров. Ҡыйғы районында бөгөнгө көндә был тармаҡта 250 эшҡыуар эшләй. Һуңғы айҙа ғына эшҡыуарҙарға 1 млн.-ға яҡын аҡса бүленде. Йыл аҙағына тиклем сумманың  тағы ла артыуы көтөлә.  Был иһә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең бер юлы тигәнде аңлата.
Мин үҙем бер үк ваҡытта районда эшҡыуарҙар Советы рәйесемен дә. Күп һорауҙарҙы район хакимиәте менән берлектә хәл итәбеҙ. Райондағы барлыҡ эшҡыуарҙар беҙгә мөрәжәғәт итә. Бигерәк тә субсидиялар бүлеү буйынса. Күрше Мәсетле, Дыуан райондарынан да кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар.
Яңыраҡ делегация менән Ҡаҙанда булып ҡайттыҡ. Унда мосолман эшҡыуарҙарының съезы булды (Владик-Вәли хажи 1996 йылда хаж ҡыла-ред.,). Егеттәр унан ҡанатланып ҡайттылар. Галин Динар тигән фермерыбыҙ өр-яңы Беларусь алды.  Беҙҙең төнъяҡ-көнсығыш райондары заманында Салауат, Стәрлетаҡ ҡалаларын картуф менән тәьмин итә торғайны. Хәҙер шуны яйға һалырға теләйбеҙ. Октябрь айында делегация менән Ҡытайға барырға йыйынабыҙ. “Мини-крахмал” заводын алып ҡайтыу буйынса килешеү төҙөргә ниәтләнәбеҙ.
Республика буйынса “Төнъяҡ-көнсығыш” регионды үҫтереү буйынса айырым программа ҡабул ителгән, әммә уның буйынса өлгәшелгән уңыштар хаҡында әлегә һүҙ алып бара алмайбыҙ.
         Эшҡыуарлыҡ иҡтисадты үҫтереүҙең бер тармағы булараҡ киләсәктә Хөкүмәт ярҙамында киң ҡолас алыр, тигән уйҙамын.

Здоровье и долголетия
Минземимущество