Тәржемәсе һөнәренә ҡайҙа уҡыталар?

Тәржемәсе һөнәренә ҡайҙа уҡыталар? https://bash.news/yuldash/3532_terzhemese-henerene-kajza-ukytalar
01 окт, 09:23

1953 йылда Парижда халыҡ-ара Тәржемәселәр Федерацияһына нигеҙ һалына. Әле ул 70-кә яҡын дәүләттән 100-ҙән ашыу тәржемәселәр ойошмаһын берләштерә.  Тәржемә – һөнәрме, әллә  сәнғәтме? Уға ҡайҙа уҡыталар? Хәҙерге заманда нисә сит тел белеү мотлаҡ һанала?

Тәржемәсе һөнәренә ҡайҙа уҡыталар?
Тәржемәсе һөнәренә ҡайҙа уҡыталар?

Ҡунаҡтар: Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филология факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Рәхим Зәки улы Мерәҫов, Өфө тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов һәм Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов.

Рәхим Мерәҫов: сит телдәрҙе өйрәнеү, сит телдә һөйләшеү - заман талабы. Йәштәрҙең күптәре инглиз телен өйрәнә, сөнки ул халыҡ-ара глобаль кимәлдә аралашыу теле булып тора. Һуңғы йылдарҙа Ҡытай телен өйрәнеүселәр һаны арта. Беҙҙең факультетҡа йыл да конкурс ҙур. Инглиз бүлегенә бер урынға 8-10, тәржемә бүлегенә 20 кеше тура килә.

Сит тел донъяға ҡарашты әллә ни үҙгәртмәй, әммә төрлө этнографик мәсьәләләрҙе белергә ярҙам итә. Донъяны танып беләбеҙ тигәндә, ул дөрөҫ ҡараш түгел. Беҙҙә Рәсәй, Башҡортостан менталитеты, сит тел белеү бер нәмә лә үҙгәртмәй, һәр кем үҙ иленең патриоты булып ҡала.

Балаға сит телде 5-6 йәштән өйрәтә  башларға кәрәк. Әлбиттә, тәүҙә ныҡлы итеп үҙ телеңде белеү мөһим. Аудио яҙмалар аша 3 айҙа сит тел үҙләштереп булмай, был “шарлатанлыҡ”.  Беҙҙә синхрон тәржемә бүлеге асылды. 5 кабина ҡуйылған: инглиз, француз, немец, башҡорт, рус телдәренән. Сит илдә эшләмәгән бер генә уҡытыусыбыҙ ҙа юҡ.

Әхәт Сәлихов: сит ил ғалимдары бер нисә көнбайыш телен өйрәнә һәм яҡшы итеп бер нисә көнсығыш телендә һөйләшә. Билдәле ғалим Зәки Вәлиди үҙенең аспиранттарына төрки телдәрҙе яҡшы белеү өсөн кәмендә ете сит тел белергә кәрәк тигән.

Башҡорт халҡының мәшһүр эпосы “Урал батыр” инглиз һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Шулай уҡ Фәнүзә Нәҙершинаның башҡорт йырҙары, риүәйәттәре һәм фольклоры буйынса байтаҡ ҡына китаптары рус һәм  инглиз телдәрендә баҫылып сыҡты.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә сит тел уҡытыу күпкә алға китте. Интернет, өҫтәлмә китаптар аша телде үҙләштереү еңелерәк. Программа буйынса ҡайһы бер мәктәптәрҙә сит телде өйрәнеүгә башҡорт теленә ҡарағанда күберәк ваҡыт бүленә.

Төп эшем ғилми мәҡәләләр яҙыу, тикшеренеү алып барыу. Шул уҡ ваҡытта тәржемәгәгә лә ваҡыт бүләм. Үҙебеҙҙең Башҡортостанға кәрәкле башҡортса-русса тәржемәләрҙе лә эшләйем. Яңыраҡ Татарстанда булырға тура килде. Парламенттың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Бында татарса, русса синхрон тәржемә, интернетта туранан-тура ике телдә тәржемә барыуы хаҡында һөйләнеләр.

Ғәйнислам Ибраһимов: көнсығыш әҙәбиәтенә, көнсығыш телдәренә иғтибар артты һәм беҙҙең студенттар был телдәрҙе теләп   өйрәнәләр.

Башҡорт филология факультетында башҡорт теле һәм инглиз теле факультеты бар. Беҙҙең шәрҡиәт кафедраһы ҡытай, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәре буйынса студенттар ҡабул итә.

Филология факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле тигән бүлек бар. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең кафедрала ғәрәп, фарсы, ҡытай телдәре буйынса дәрестәр алып барыла.

Методика йәһәтенән студенттарға көслөрәк белем бирергә тейешбеҙ. Үҙемдең тәржемәселек өлкәһенә килгәндә йыл аҙағына 4 том китап сығасаҡ төрөк телендә, дастандарҙың тулы варианты. Үҙебеҙҙең студенттарҙы ла был эшкә йәлеп итәбеҙ. Сит тел өйрәнер өсөн шул телде белгән белгес уҡытһа, уны студенттар тиҙерәк үҙләштерә. Беҙ Ҡытай, Төркиәнән уҡытыусылар саҡырырыға тырышабыҙ. Телде өйрәнеү буйынса системалы шөғөлләнергә кәрәк.

Здоровье и долголетия
Минземимущество