Аҙнаға йомғаҡ

Аҙнаға йомғаҡ https://bash.news/yuldash/35330_aznaha-jomhak
14 окт, 08:09

Һәр аҙна аҙағында беҙҙең ижади төркөм йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә бәйле иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим темаларға туҡталып, уларға баһа бирергә тырыша. Шулай итеп был сығарылышта.

Аҙнаға йомғаҡ
Аҙнаға йомғаҡ

Яңы етәксе - яңы маҡсаттар. Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Сәскә ат, тыуған яғым - Башҡортостан! Республика халҡы оло датаны билдәләне. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә 28 йыл тулды.

100-ҙә 6 объект. Башҡортостанда ҙур төҙөлөш бара. Республиканың бер быуатлыҡ юбилейына әҙерлек дауам итә.

Халыҡ үҙе хәл итә. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы аҙағына яҡынлаша. Быйылға йомғаҡ яһала, киләһе йылға ғаризалар ҡабул ителә.

Лайыҡлыларға бүләктәр тапшырылды. Иң яҡшы журналистар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы, ә хеҙмәт алдынғылары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Гәзиткә яҙылабыҙ, бүләктәр отабыҙ. Газета-журналдар редакциялары льготалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы үткәрҙе.

"Юлдаш"тың халыҡ хәбәрселәре беҙгә шылтырата. Халыҡтан яңылыҡтар рубрикаһы.

 

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд