Башҡортостандың хәйриә фондтары эшмәкәрлеге

Башҡортостандың хәйриә фондтары эшмәкәрлеге https://bash.news/yuldash/3570_bashkortostandyn-hejrie-fondtary-eshmekerlege
09 окт, 10:48

Июнь айында республикала Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы кәңәшмәһе үтте. 2013 йылда хәйриә ойошмаларының һаны 230-ҙан 300-гә тиклем артҡан. 2006 йылдан алып республикала ҡала һәм райондарҙың социаль үҫешенә ярҙам итеү өсөн 43 фонд теркәлгән.
 
Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.
 
Ҡунаҡ: “Мәрхәмәт” хәйриә фондының “Балалар альбомы” проекты директоры Нәзирә Яппарова.
 
Нәзирә Яппарова: “Мәрхәмәт” хәйриә фондының төп маҡсаты - йәтим һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларын комплекслы хәл итеү. Бының өсөн алты программа ҡаралған.
Беренсеһе “Йөрәк линия”һы тип атала һәм 18 йәшкә тиклемге балаларҙы дауалауҙа, уларҙың профилактик проблемаларын хәл итеүҙә комплекслы саралар үткәреүҙә финанс ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Икенсе программа - мөмкинлектәре сикләнгән балаларға өҫтәмә белем биреү. Бөгөн Үҙәктә 200 бала шөғөлләнә.
Өсөнсө - “Балалар Плюс” тигән программа һәләтле һәм адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән балаларға йүнәлтелә.
Дүртенсеһе - “Түңәрәк ғаилә”. Был программа социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, балалар йорттарын кейем-һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтары алыуға йүнәлтелгән.
Бишенсе, “Беҙ бергә көслөрәк!” программаһы республикалағы социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Алтынсы программа “Алға аҙымдар” тип атала. Ирекмәндәр һәм балалар йорттары менән йәштәр программаһын бойомға ашырыу төп маҡсат.
27 сентябрҙә беҙҙең фондтың барлыҡҡа килеүенә дүрт йыл тулды. Был арауыҡта беҙ 70 млн. хәйриә аҡсаһы йыя алдыҡ. Һәм 15 мең балаға ярҙам күрһәттек, 500 баланы дауалау өсөн клиникаларға ебәрҙек. Улар араһында республика, Рәсәй һәм сит ил клиникалары бар.
Акциялар уҙғарғанда барлыҡ мәғлүмәт саралары, интернет ресурстары, социаль селтәрҙәр ҡулланыла. Партнерҙарыбыҙ - “БСТ” каналы, “Вся Уфа” һәм башҡалар. Йыш ҡына ата-әсәләр беҙҙең сайтҡа мөрәжәғәт итеп, үҙ проблемаһын еткерә. 2014 йылдың 9 ғинуарында “Балалар альбомы” тигән проект донъя күрҙе. Был инде балаларыбыҙҙы классик музыка менән тәрбиләү, мәҙәниәткә яҡынайтыу, классик композиторҙарыбыҙҙың музыкаһын улар күңеленә еткереү. Һәм ул ун бүлектән тора. Билдәле артистар, сәнғәт оҫталары балаларға әкиәттәр ҡуя, симфоник концерттар күрһәтә . Әлбиттә, улар бушлай уҙғарыла.
Беҙҙең адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 104. Телефон һандары 246-43-18. Һәр кемгә: изгелек ерҙә ятып ҡалмай, изгелекле, мәрхәмәтле булығыҙ, тип мөрәжәғәт итер инем".

Здоровье и долголетия
Минземимущество