М.Нестеров исемендәге музейзың яңырыуы.

М.Нестеров исемендәге музейзың яңырыуы. https://bash.news/yuldash/3575_m-nesterov-isemendege-muzejzyn-yanyryuy
10 окт, 09:38

Тема: М.Нестеров исемендәге  Башҡортостан  дәүләт  художество музейында  яңыртыу, заманға яраҡлаштырыу  эштәре.

М.Нестеров исемендәге музейзың яңырыуы.
М.Нестеров исемендәге музейзың яңырыуы.


Алып барыусы   Рәсүл Сәғитов
 
Ҡунаҡ - М.Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейы директоры Фәйзрахман Исмәғилев.
 
 
- Фәйзрахман Абдрахман улы, яңыртылған музей тиелә, унда нимәләр яңырҙы?
- Музей   һәм фонд һаҡлағыстар  өсөн яңы бина  төҙөлдө. Хәҙерге музейыбыҙ  донъя музейҙары  рәтенә баҫа ала. Сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы   лайыҡлы ҡабул итә алабыҙ,  сит илдән килгән  әҫәрҙәрҙе лә  күрһәтә алабыҙ. Ә элек  музейыбыҙ бындай шарттарҙы үтәй алмай ине. Хәҙерге музейҙа  картиналарҙы һаҡлау, киләсәк  быуындарға  тапшырыу  мөмкинлеге тыуҙы.
Музей урынлашҡан элекке  бина - Лаптев  йорто - әле  реставрацияла, ул  киләһе  йыл  асыласаҡ.
- Килем  алыу  ысулы ла  тип  баһалап буламы  музейҙың  яңырыуын?
- Баҙар иҡтисады  беҙгә  лә ҡағыла. Беҙҙең музейҙы  иҫке, туҙған  йорттар  уратып алған. Ҡаланы ла, музей  күренешен дә һис тә биҙәмәгән ул йорттарҙы  һүтеп, музей  өсөн заманса  комплекс, ял итеү урындары  төҙөгәндә, кешене  лә  нығыраҡ  ылыҡтыра алыр инек, тирә-йүн дә  матурыраҡ    булыр ине. Третьяковкала төҙөлгән  яңы, заманса биналар кеүек  биналарҙы   беҙҙең музей  өсөн дә  төҙөп булмаймы ни? Белорет районы Йөйәк ауылынан  өс сәғәт буйы  автобуста килгән баланы  күҙ алдына килтерәйек.  Ул өс сәғәт  музейҙа, ҡалала  йөрөргә, шунан тағы  ла өс сәғәт буйы  ҡайтыр юлда  булырға  тейеш. Нисек  түҙергә  тейеш ул  Өфөләге  шундай уңайһыҙ  хәлгә? Ял итергә  килеп тә, арып-талып ҡайтып китәсәк. 
-Бының өсөн тәрбиә кәрәк. Ауылдан килгән кеше сауҙа үҙәктәрен түгел, ә музейҙарға, мәҙәниәт усаҡтарына ынтылһын өсөн. Музейҙа  бөтөн заманса шартттар үтәләме  һуң?
- "Заманса", тигәнгә  шулар  барыһы ла инә. Яңыраҡ Ырымбур  өлкәһенең мәҙәниәт министры килгәйне. Күреп ҡайтҡас, үҙҙәренең һынлы сәнғәт музейы  директорын беҙгә ебәргән, бар, күр, өйрән, тип. Ул килеп, ҡарап, иҫтәре китеп, ниңә  беҙҙә  лә  шундайҙы  төҙөмәйҙәр  икән тип, ҡайтып  китте. 
- Нисә мең экспонат иҫәпләнә музейҙа?
- Мин музейға килгәндә, 7 меңләп иҫәпләнә ине.10 йыл эсендә ул 13 мең ярымға етте. Әлеге ваҡыттағы  майҙандарыбыҙ уларҙы  урынлаштырыуға  етә. Ә 2-3 йылдан етмәйәсәк, элекке музей  хәленә ҡаласаҡбыҙ бит. Шуның өсөн яңы  майҙандар кәрәк. Музей  тирәһендәге  элекке  емерек  йорттар урынына  беҙҙең өсөн  яңы  биналар  һалыу  тураһында  бойороҡ  бирелгән, шикелле. Шул музейҙың дауамы булыр,тип өмөт итәм. Яңы  мәҙәни-сәнғәти  байлыҡтар тыуып тора  бит, уларҙы һаҡлау, күрһәтеү  урындары  ла  артып торорға  тейеш.
- Экспонаттарға  ниндәй  талаптар ҡуйыла? Нисек  туплана улар?
- Экспонаттар  музей  критерийҙарына ярашлы комиссия  тарафынан ҡабул ителә.
- Реставрация нисек  алып  барыла?
- Реставрация оҫтаханаларыбыҙ бар. Оҫталар кәрәк  беҙгә  төрлө  йүнәлештәге. Ләкин эш хаҡы түбән булыуы арҡаһында  улар әллә ни килмәй.
- Әле ниндәй күргәҙмә бара?
- Әле ретроспектив эштәр  күрһәтелә. Йөҙгә  яҡын ғына әҫәр һыйҙы күргәҙмәгә, сөнки фондыбыҙҙағы 13 мең әҫәрҙе  элә алмайбыҙ бит инде. Башҡорт милли сәнғәтебеҙҙе  үҫтереү һәм  оҫталарыбыҙҙы күтәреү  өсөн  музей  бик  әһәмиәтле.
   - Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейы директоры Фәйзрахман Исмәғилев менән беҙ бөгөн яңыртылған музей эшмәкәрлеге, уның, ғөмүмән һынлы сәнғәттең йәмғиәттәге әһәмиәте, тәрбиәүи роле тураһында әңгәмәләштек.     
    Фәйзрахман Абдрахман улы, ҙур рәхмәт!
 
 

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий