М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының яңы миҙгел асыуы.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының яңы миҙгел асыуы. https://bash.news/yuldash/3592_m-hafuri-isemendege-bashkort-deulet-akademiya-drama-teatrynyn-yany-mizgel-asyuy
16 окт, 18:58

 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы миҙгелдә тамашасыларға ниндәй спектаклдәр тәҡдим итәсәк? Уртаҡлашыр уңыштар, сәхнә сәнғәте проблемалары, киләсәккә уй-ниәттәр – төп һәйләшеү темаһы.
Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.
 
Ҡунаҡ: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов.
 
Олег Ханов. “Иң яҡшы ир-ат”ролен башҡарыусы булараҡ, Станиславский премияһына лайыҡ булыу үҙе бер мәртбә. Халыҡ-ара премия 1994 йылда барлыҡҡа килеп, 200-гә яҡын сәнғәт әһеле ошо премияға лайыҡ булды. Улар араһында Рәсәй һәм сит ил артистары, режиссерҙар һәм драматургтар бар.        
95-се юбилей миҙгелен 1 октябрҙә шаулатып-гөрләтеп “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы менән асып ебәрҙек. 4 октябрҙә М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәре”н тамашасыға дүртенсе вариантта тәҡдим иттек. Уны бер юлы 120 кеше ҡарай ала. Республика көнөнә турп килтереп, Мәскәүҙең “Сатирикон” театрында гастролдәребеҙ үтте. Милләттәштәребеҙ беҙҙең спектаклдәрҙе бик йылы ҡабул итте. Һәм Мәскәү театрының алмаш гастроль менән беҙгә юлланыуы көтөлә.
Миңә Мәскәү, Ырымбур, Салауат театрҙарында эшләргә тура килде. Иҡтисадтың төрлө сағына тап килеүемә ҡарамаҫтан, аҡсаны бер ҡасан да өҫтөн ҡуйманым. Сәнғәткә хеҙмәт итеү – төп бурысым булды. Рус телендә уйнағанда “сәхнә теле”н өҫтәлмә үҙләштерҙем. Кисәге студенттар менән бергә йыл ярым дауамында күнекмәләрҙә ҡатнаштым.
Мәскәүҙең “Сатирикон” театрында Райкин, Фоменколар менән бер сәхнәлә эшләүе еңелдән будманы. Бәхетемдән яҡшы театрға эләктем, унда тышҡы ҡиәфәткә иғтибар итмәнеләр. Милләт, төҫ-баш айырыу юҡ, тәү сиратта кешелеклек һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт баһаланды.
Театрға яңы әҫәр алып киләләр, ҡарайбыҙ. Үҙемдең дә, коллегаларымдың да күптәнге хыялы Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә”һен сәхнәләштереү. Үткән быуаттың 50-се йылдарында яҙылған әҫәрҙең эске һулышы идеология менән һуғарылғаны. Беҙ уны таҙалап, милли геройыбыҙҙың һынын күҙәләндереү, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Стәрлетамаҡтан тарихсы, бер нисә пьеса авторы Хәмит Ирғәлинға мөрәжәғәт итеп, бергәләп ошо әҫәргә тотондоҡ.. Киләһе йылдың ғинуарында тамаша сәхнәлә ҡуйыласаҡ. Бөгөнгө көндә беҙҙең репертуарҙа утыҙ ете спектакль иҫәпләнә. 60-70 процентын милли әҫәрҙәр, 30 проценты классик һәм сит ил, рус донъяһынан килгән әҫәрҙәр тәшкил итә. Театрҙа саф әҙәби тел өсөн көрәшәбеҙ, сөнки театр- тел һаҡсыһы.

Минземимущество