Берҙәм дәүләт имтихандарында үҙгәреш

Берҙәм дәүләт имтихандарында үҙгәреш https://bash.news/yuldash/3645_berzem-deulet-imtihandarynda-uzgeresh
28 окт, 19:56

Заман талабымы, өлкәндәрҙең йәш быуын беҙҙән дә белемлерәк булыуын теләүеме- урта мәктәптә үҙгәрештәр артынан үҙгәрештәр туҡталмай ағыла. Хәҙер Берҙәм дәүләт имтихандарына эләгеү өсөн йәнә бер һынау үтергә кәрәк. Ил башлығы тәҡдиме менән рус теленән Инша яҙыу уйлап сығарылды.
 
Тапшырыу авторы: Бәйтулла Фәтҡуллин.
 
Ҡунаҡтар: Башҡортостан мәғариф министрлығы белгесе Юлиә Хәсәнова һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының директор урынбаҫары Лилиә Бикбаева.
 
Юлиә Хәсәнова: "Республика мәктәптәрен 2014-2015 уҡыу йылында 21 мең 720 уҡыусы тамамлаясаҡ. Белеүебеҙсә, урта дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереү буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тапшырыла. Тәү шарттарҙың береһе – йомғаҡлау иншаһын уңышлы яҙыу тора. Һаулыҡтары сикләнгән һәм инвалид балалар инша урынына изложение яҙырға хоҡуҡлы. Йомғаҡлау иншаны үткәреү маҡсаты: уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, әҙәби әҫәр уҡырға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йомғаҡлау иншаһының (изложениеның) һөҙөмтәһе зачет, йә незачет тип баһалана. Иншаны яңынан тапшырыу өсөн февраль-апрель-май айҙарында өҫтәлмә ваҡыт бүленә. Йомғаҡлау иншаһы һөҙөмтәһе юғары уҡыу йортона ингәндә иҫәпкә алыныуы мөмкин".
Лилиә Бикбаева: "Тәүге имтихан рус теленән 3 декабрҙә буласаҡ. Колледж-училищеларҙа уҡып йөрөүселәр, элекке йыл сығарылыш уҡыусылары теркәү үтеп, теләк буйынса имтихан тапшырырға рөхсәт ителә. Өлгөрә алмағандар февраль, май айында үтәсәк шундай уҡ һынауҙа ҡатнаша ала. Инша түбәндәге талаптар буйынса баһалана: 1. Темаға тура килеү; 2) иншала әҙәби материал файҙаланып, аргументтар биреү; 3) композиция һәм фекерләү логикаһы; 4)яҙма телмәрҙең сифаты ; 5) грамоталылыҡ. Зачет алыр өсөн өс критерий буйынса ыңғай һөҙөмтә булырға тейеш. Инша күләме буйынса 250 һүҙҙән, изложение 150 һүҙҙән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Эште үҙаллы яҙырға кәрәк. Инша яҙыу өсөн 3 сәғәт тә 55 минут ваҡыт бүленәсәк. Уҡыусылар был талапты яҡшы белә. Биш критерийҙың 2-һен үтәй алмаһа, ҡайтанан яҙыу мөмкинлеге буласаҡ. Һәр мәктәп үҙенең уҡыусыһының белемен алдан тикшереп ҡарай. “Пробный” экзамен мәғариф министрлығы тарафынан әйтелмәһә лә беҙҙең мәктәп һәр саҡ үткәрә. Инша яҙырға уҡыусыларҙы 5-се синыфтан өйрәтәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа 9 синыфтан һуң китеүсе уҡыусылар һаны арта. 10-сы синыфҡа аңлы рәүештә, уҡырға теләк менән, етди ҡарашта киләләр. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләгәндә психологтарҙы ла йәлеп итәбеҙ. “Психологик етәкләү” тигән эште ойошторабыҙ. Сит мәктәпкә барып, сит ойоштороусылар менән эш итеп, имтихан тотоу ҙур һынау. Инша яҙыу ғәҙәти дәүләт имтиханы кеүек түгел. Ваҡытын иҫәпле ҡулланырға, регистрация бланктарын дөрөҫ тултырыуҙы ҡарарға тейешбеҙ .БДИ-нында аудиторияла 15 кеше ултырырға тейеш булһа, иншала ундай сикләү юҡ. Темалар комплекты килгәс, иншаларҙың темаһын 15 минут ҡала беләсәкбеҙ. Алда торған оло һынауҙарҙа уҡыусыларыбыҙға уңыштар ғына теләйһе ҡала".

Минземимущество
Банер уфимская волна